Тәҙрәне шаҡый ҙа шаҡый
Туҡтауһыҙ шаян буран.
"Әйҙә, сыҡ уйнарға, — ти. —
Тик, ҡара, нығыраҡ уран!"
Ашығып тышҡа сығам —
Көтә бит мине буран!
Баҫтырышып уйнайбыҙ,
Тар беҙгә хатта урам!
Ҡар бөртөктәре
Ҡырпаҡ ҡар бөртөктәре
Туҡтауҙы белмәй яуа.
Шундай күптәр: уларҙы
Ҡайҙан ала һуң һауа?
Тирә-йүнде ҡаплап алып,
Ергә төшөп яталар.
Тауҙай өйөп, күп итеп
Һырынтылар һалалар.
Алһыу НОҒАМАНОВА,
Мәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.