Сал ҡыш ниҙер һөйләгәндәй
Мин шыуған һайын.
Ә саңғыһыҙ шыуа күктән
Нур ҡойған айым.
Әкиәттәге кеүек урман,
Күгелйем төҫлө.
Ҡарға сумған ҡарағайҙар
Шундай хуш еҫле!
Гүйә, күктән йым-йым итеп
Йондоҙҙар яуа.
Һис һулап туйырлыҡ түгел —
Шундай саф һауа!
Лиана ҠУНАҠҠОЛОВА,
Мораҙым мәктәбе уҡыусыһы.