Ҡыҙыл төҫө — миләштәндер22.02.2014
Ҡыҙыл түшле матур ҡошсоҡ
Тәҙрәгә төртә шыҡ-шыҡ:
"Миңә лә булмаҫмы икмәк?
Тышта өшөтә, һыуыҡ!"
Үҙе өлгөр, һис тик тормай,
Күҙ асҡансы осоп китә.
Тәмле емешен һағынып,
Ҡуна ҡыҙыл миләшкә.
Тәбиғәткә файҙаһы ҙур:
Ағастарҙан ҡорт сүпләй.
Бөтөн баҡсаны таҙартып,
Йәшеллеккә ғүмер өҫтәй.
Ниндәй ҡош ул, белдегеҙме?
Кемегеҙ әйтер башлап?
Ҡарағыҙ әле: миләштә
Ултырмаймы емеш ашап?

Сочиҙа түгелмен икән дә...

Был ваҡиға ғинуар айында булды. Физкультура уҡытыусыһы Әлфиә Ҡәниф ҡыҙының ҡушыуы буйынса класс менән саңғыла ярышырға сыҡтыҡ.

Шундай рәхәт, күңелле! Йүгереп барғанда хатта үҙемде Сочиҙа үткән Олимпиаданың саңғы юлында һымаҡ хис итә башланым. Бына алда фиништың ҡыҙыл таҫмаһы күренә, көйәрмәндәрҙең "Афарин!" тип ҡысҡырған тауышы ишетелә кеүек... Инде һуңғы ынтылышты яһайым тигәндә, аяғымды яңылыш баҫып, ҡарға йығылғас, уянып киткәндәй булдым. Әллә ҡайҙа ятҡан Сочиҙа түгелмен икән дә... "Лилиә, хәлең нисек? Аяғың ауыртманымы?" — тип хәүефләнеп йыйылып киткән класташтарыма яуап итеп: "Тағы ярышабыҙмы?" – тип тәҡдим яһаным. Барыһы ла ҡыуанып ризалашты. Ярыш ҡайҙа ла ярыш инде: ныҡышмалылыҡ, көс һәм сәм булһын!
Лилиә ҠАҘЫХАНОВА,
балалар ижады йортоноң
"Йәш хәбәрселәр" түңәрәге ағзаһы.


Вернуться назад