Горизонталь буйынса: 4. Яҙыусы, “Башҡорттар китте һуғышҡа”, “Ҡара яу” романдарының авторы. 9. Ҡул ҡыштырлап торһа, (…) булыр. 10. Броня эшләгәндә кәрәкле металл. 11. Әлшәй районынан сыҡҡан яҙыусы, “Һалдат улы” повесының авторы. 13. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, авиация полковнигы, “Шоңҡар юлы”, “Һауаларҙа йондоҙ” повестарының авторы. 15. Ҡоролоҡ мәлендә йоҡоға тала торған рептилия. 19. АҠШ-тың был штатында 25 штат биләмәһендәге бөтә хәрби караптарға етәкселек итеү хоҡуғы биргән адмирал дипломын долларға һатып алырға мөмкин. Әммә диңгеҙ менән сиктәш булмаған штатта караптар юҡ. 23. Стратегик ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән шағир, түбәндәге юлдарҙың авторы:
Хәрби эш – йомош түгел ул,
Приказ – үтенес түгел.
Ярыл уртаға – тик үтә! –
Кемгә һуң хеҙмәт еңел?!
24. Америка үгеҙе. 25. Был дәүләттең армияһында 1844 йылдан алып кәшмир кәзә тәкәһе кесе капрал званиеһында хеҙмәттә тора. Уға “Уильям Виндзор” тигән күсмә исем ҡушалар. 27. Илселектәге офицер. 28. Полицейскийҙың баш кейеме. 29. Иң ябай йән эйәһе. 30. Ике яҡтағы ҡушар бағана араһына аҫлы-өҫлө һалып ҡына кәртәләнә торған ҡапҡа. 32. Маҡтау шиғыры, мәҙхиә. 36. Армия хеҙмәтендә торған дрон. 37. Был дәүләттең ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙең күпселеген сит ил легионерҙары тәшкил итә. 38. Таҡтанан, ҡабыҡтан дүрткелләп яһалған ҙур ҡумта. 40. Рәсәй эскадраһының Венесуэлала “ҡунаҡ булыуы”. 41. Детройт ҡалаһы урынлашҡан өсөн уны “автомобиль штаты” тип йөрөтәләр. 44. Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғырында төшөп ҡалған һүҙҙе табығыҙ:
Хәнйәр менән (…) – гел уяу,
Тыныс улар, тик был – күҙ буяу:
Улар өсөн көн дә, төн дә юҡ,
Йәй ҙә, ҡыш та,
Төш тә, өн дә юҡ!
45. Һалдаттың сылғаулы аяҡ кейеме. 46. Был дәүләттә армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡандар өйҙәрендә ҡорал тоторға тейеш. 48. Данияның был утрауындағы ғәскәрҙә башлыса кемдәр хеҙмәт итә? 50. Кавказ халҡына “бәйле” беҙҙең яҡ амфибияһы. 51. Ҙур диңгеҙ хайуаны. 53. Иран аҡсаһы. 54. Күк йөҙө, күк (элеккесә). 55. Рота командиры. 57. “Ҡабул булмаҫ доғаға (…) тотма”. 58. Талҡанды нимәнән эшләйҙәр? 59. Матрос ҡайҙа ял итә?
Вертикаль буйынса: 1. Был дәүләт диңгеҙгә сиктәш булмаһа ла, хәрби флоты бар, сөнки 1879 йылда күрше дәүләт баҫып алған ярҙы кире ҡайтарыу өмөтөн һаман да өҙмәйҙәр. 2. “Яуға барһаң, (…)ыңды йәшермә”. 3. Үрелгән оҙон сәс. 5. Һуғышта яуланған йәки талап алынған мал-мөлкәт; трофей. 6. Сочи паркындағы төп үҫемлек, донъяла ул иң боронғоларҙан һанала. 7. Танктарҙы йәшереү өсөн ҡулланылған маскировка япмаһы. 8. (…) -адмирал. 12. Сәскә һауыты. 14. Сәс киптергес прибор. 15. Төҙөлөш “домкраты”. 16. Камиллаштырылған блокнот. 17. 1653 йылда Англияла диктатура урынлаштырған Кромвелдең исеме нисек? 18. Был дәүләттең армияһында сикте эт санаһында йөрөп тикшерәләр. 19. Берәй нәмәнең билдәләнгән күләме. 20. Йәйәүле эскадрон. 21. Элекке Таиланд. 22. Олимп Аллалары араһындағы “командир”. 26. Һалдаттың хеҙмәтте үтәп өйгә ҡайтыуы. 27. Бала төшөрөү. 29. Күбәләктәр араһындағы “хәрби”. 31. Буласаҡ һалдаттарға повестка ебәреп ятыусы хәрби орган. 33. “Батырша халыҡты яуға күтәрергә саҡырып, үҙенең атаҡлы (…)һен яҙа һәм Башҡортостандың һәр тарафына сапҡындар тарата” (Ғайса Хөсәйенов). 34. Тритикале (бойҙай менән арыш). 35. Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Үлмәҫбай” поэмаһы авторы. 37. Үлгән кешенең малынан муллаға бирелә торған хәйер. 39. Асфальт “үтеге”. 42. Коала йәшәгән ағас. 43. Балыҡтың тын алыу ағзаһы. 47. Адъютант генерал өсөн кем? 49. Ҡасаҡтар был аяҡ кейемен кеймәгән. 52. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) ордендары кавалеры. 56. “Эт айға ҡарап өргәндән айҙың (…)ы китмәҫ”.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.