Алыш ҡаты буласаҡ!.. Ҡулымдағы автоматты ныҡлабыраҡ тотам, билемдәге ҡайышҡа ҡыҫтырылған гранаталарҙы һәрмәп ҡарайым. Йылға буйындағы таллыҡ араһында нығынған дошмандар ҙа беҙҙең һөжүмгә ташланасағыбыҙҙы һиҙеп, тегеләй-былай йүгерешә, атаканы кире ҡағырға әҙерләнә. Ух, алыш ҡаты буласаҡ!..
Командирыбыҙҙың бойороғон түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Бына ул, ҡулындағы пистолетын юғары сөйөп, алға сығып баҫты: "Тыуған ил өсөн! Ватан өсөн! Алға!.." Күкрәктән бәреп сыҡҡан "Ура!" тауыштарынан һауа һелкенде, һәм беҙ йәнебеҙҙе аямай дошман өҫтөнә ташландыҡ...
Минең был һуғышта ҡатнашыуыма дүрт тиҫтәләп йыл үтеп тә киткән. Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын бәрелештәр үткән ҡырҙарға ҡарап торам да уйлап ҡуям: Тыуған илде һаҡлау хисе бала саҡтан уҡ ҡаныбыҙға һеңеп ҡалған, күрәһең... Һуғыш, дошман, автомат кеүек һүҙҙәрҙе мин бында махсус рәүештә тырнаҡтар эсенә алманым, сөнки ул балалыҡ уйыны ғына булһа ла, сабый күңелдәребеҙ ысынбарлыҡтай ҡабул итте. Ул саҡта ауылыбыҙҙа күкрәген орден-миҙалдар биҙәгән, фашистарҙы еңеп ҡайтҡан ағайҙар ҙа иҫән ине әле. Беҙҙең һуғыш уйынын күреп, береһе лә тыйырға маташманы. Бәлки, ил һаҡларҙай ниндәй малайҙар үҫеп килә тип эстән генә ғорурлыҡ та кисергәндәрҙер.
Шул "һуғыш"ты күргән малайҙар, үҫкәс, ҡулдарына ысын ҡорал тотоп, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтты. Шигем юҡ, әгәр илебеҙгә дошман ябырылған булһа, йәндәрен аямай утҡа ташланыр ине улар. Хәйер, утҡа ингәндәре лә булды: берәүҙәр Афған һуғышында ҡатнашып, интернациональ бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтты.
Беҙҙең ғаиләләге дүрт малайға ла һалдат итеге кейергә насип булды. Ике ағайым — танк, береһе — эске (ВВ), мин ил сиге ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иттек.
Ул саҡта әрме хеҙмәтенә бармай ҡалыу оят ине. Х класты тамамлау менән һәр егет түҙемһеҙләнеп "отправка" көтә. Үҙ тиҫтерҙәреңдән саҡ ҡына һуңлай башланыңмы, ҡот оса — әллә алмаҫҡа уйлайҙармы? Беҙҙең ауылдан, мәҫәлән, һалдат һурпаһын эсмәгән егет булманы ла шикелле. Төпкөлдә ятҡан бәләкәй генә ауыл егеттәре илебеҙҙең төрлө тарафында, хатта сит илдәрҙә хеҙмәт итеп, иҫән-һау ҡайтты.
Әрмегә оҙатыу оло байрамға әйләнә торғайны. Мине лә ауыл халҡы май айында ташҡан Еҙем ярында йыр-бейеү менән оҙатып ҡалды. Кәмәгә ултырып аръяҡҡа сыҡҡанда оҙаҡ ҡарап барҙым уларға. Хеҙмәт иткәндә ошо күренеш йыш иҫкә төштө. Ябай ғына һымаҡ, ләкин яр башында торған әсәйең, таяғына таянған әбей-бабайҙар, сыр-сыу килеп йүгерешкән бала-саға, саҡ ҡына бал уртлап кәйефләнгән ир-ат һиңә ихлас ышаныс белдереп ҡала бит!
Уссури йылғаһы аша Ҡытай ярҙарына баҡҡанда үҙ артымда нәҡ ана шул Еҙем ярын тойҙом, шул мине һәр саҡ иҫкәртеп торҙо. Былар, бәлки, сөсө һүҙ һымаҡ тойолор. Нисек кенә булмаһын, минең йөрәгемдә үҙем ғүмерҙә лә күрмәгән Мәскәү йә арлы-бирле генә ишетеп белгән Өфө түгел, ауылдаштарым ҡалған Еҙем яры булды.
Их, замандар!.. Ҡасандыр беҙ "дошмандар"ҙы тар-мар иткән "һуғыш" яландары тынып ҡалған хәҙер. Йәш егеттәребеҙ һалдат хеҙмәтенә бармаҫ өсөн ниндәй генә сәбәптәр тапмай. Еҙем ярында гармун моңдары ағылмай...
Шомландырып ҡуя был!..