Һалдат хәйләләре22.02.2014
Һалдат хәйләләре
Өфө сәнғәт училищеһының IV курсында уҡып йөрөгәндә ҡулыма армияға саҡырыу ҡағыҙы тотторҙолар. Тап ошо көндө төштән һуң баш ҡалабыҙҙағы хәрби оркестр етәксеһе Фәрит Иҙрисов училищеға килгәйне. Ул армияға алынасағым тураһында ишеткәс, үҙҙәрендә хеҙмәт итергә тәҡдим итте.


Мин оҙаҡ уйлап торманым, ризалаштым. Фәрит Иҙрисов – Башҡортостан гимнының музыка авторы ла. Һуңғараҡ оркестр менән бергә хәҙер көн һайын иртән радио аша яңғыраған Гимнды яҙҙырҙыҡ. Унда мин ҡурайҙа уйнайым.
Шулай итеп, тыуған республикамда хеҙмәт итә башланым. Шәмбе, йәкшәмбе етһә, өйгә ҡайтҡы килә. Бер ваҡыт старшинанан:
– Дуҫтарым менән һунарға барырға тип һөйләшкәйнек. Рөхсәт итерһегеҙме икән? – тип һорайым.
– Бер нисә ҡуян килтерәһеңме, Рушан? – ти был.
– Әлбиттә, – тим. Ял көндәре үтте, килдем. Старшина минән ҡуян таптыра.
– Һунарҙа кеше күп булды. Бер ҡабанды тотҡайныҡ. Үҙебеҙгә лә эләкмәне, — тип алдайым. Беҙҙең һөйләшкәнде урамдағы һалдаттар ишеткән дә:
– Ысынлап та барҙыңмы? – тип һорай.
– Ну да. И тебе, и мне на увольнение охота, – тинем.
Ярты йыл үткәс, Һамар өлкәһенең Безенчук ҡасабаһында хеҙмәтемде дауам иттем. Беҙҙең менән бергә ошо ауылдан бер егет тә бар ине. Был миңә килде лә: «Икебеҙ ҙә ауыл малайы. Әйҙә, ял итеп алайыҡ әле. Мин һиңә юлын өйрәтермен», – ти. Шулай итеп, ул әйткәнсә, старшина Корнеевтың мотоциклының багына шәкәр һалдыҡ. Алдан күҙаллауыбыҙса, теге иң башта беҙҙән мотоцикл йүнәтә белеү-белмәүебеҙ хаҡында һораны. «Эйе, әммә ике-өс көн ваҡыт үтәсәк», – тип яуап бирҙек. Шулай итеп, ярты сәғәт эсендә карбюраторҙы таҙарттыҡ та рәхәтләнеп ял иттек, балыҡ тоттоҡ, күрше ауыл һауынсыларына барып, һөт алып йөрөнөк.
Рушан БИКТИМЕРОВ,
Х. Әхмәтов исемендәге
Башҡорт дәүләт
филармонияһы
ҡурайсыһы,
Башҡортостандың
атҡаҙанған артисы.


Вернуться назад