Ленинград өлкәһендә хеҙмәт иттем. Аҙна һайын хәрби формала Петергоф паркында музыка ҡоралдарында уйнап йөрөй торғайныҡ.
Бер егет менән китеп барһаҡ, беҙҙе туристар бер туҡтауһыҙ фотоға төшөрә башланы. Уңайһыҙланып киттек. Ял мәлендә эргәмә әбей менән бабай килеп танышты. Улар Фаина менән Александр Новиковтар булып сыҡты. Фаина ҡасандыр Башҡортостанға эвакуацияға оҙатылған ҡыҙ булған. Башҡорттарҙы ярата. “Ныҡ алсаҡ халыҡ. Тормошомдоң иң ауыр осоронда асыҡ йөҙ күрһәттеләр, ярҙам ҡулы һуҙҙылар”, — тип ҡабатлай ине.
Ял көндәрендә икәүләшеп часҡа килеп, йыш ҡына өйҙәренә алып ҡайттылар. Атайым да мине күрергә килгәндә уларҙа туҡталды, һуңынан ғаилә дуҫтарына әүерелгән Новиковтар Башҡортостанға ла ҡунаҡҡа килде. Хәрби хеҙмәтем тамамланғас, мине Ленинградта ҡалырға өгөтләп тә ҡаранылар, тик тыуған яғымды һағынып, ҡайтырға булдым.
Миңә ҡалһа, ир-егет әрме мәктәбен үтергә тейеш, ул сыныҡтыра. Тап ошонда ысын дуҫлыҡ та ярала. Хәйбулла районынан Асҡар Мортазин исемле егет менән бергә хеҙмәт иттек. Был йылдар онотолмай ул!
Риф БИКБАЕВ,
композитор, музыкант.