Батырҙар онотолмай22.02.2014
Баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары обелискына сәскә һалыу тантанаһы булды.

Өфөнөң Ленин районы етәкселеге ветерандарға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Хәрби комиссариатының Киров һәм Ленин райондары буйынса бүлеге начальнигы Юрий Алферов ҡаһарман фронтовиктарға рәхмәт белдерҙе. Сараға килеүселәр илебеҙҙең киләсәге хаҡына ғүмерен биргән һалдаттарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Кадет корпусында тәрбиәләнеүселәр обелискка сәскә һалды. Ветерандар һуғыш йылдары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.


Вернуться назад