Ҡаһарман яугир иҫтәлегенә22.02.2014
Ҡаһарман яугир иҫтәлегенә
Өфөләге Актер йортонда Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Кусимовтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе булды.

Был көндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, М. Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнеш отрядының хәрби хеҙмәткәрҙәре, Таһир Кусимовтың туғандары һәм яҡташтары батырҙы иҫкә алырға йыйылды. Ҡунаҡтар араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Таһир Кусимов етәкселек иткән 275-се кавалерия полкы яугирҙәренең балалары, ейәндәре, туғандары ла бар ине.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре “Таһир Кусимовтың ҡаһарманлыҡ һәм дан юлы” тип аталған фотокүргәҙмә ойошторҙо. Милли китапхана уның хаҡындағы мәҡәләләрҙе, ә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хәрби тематикалағы китаптар тәҡдим итте. Тантанала һүҙ Таһир Кусимовтың данлы хеҙмәт юлы, тормошо, эшмәкәрлеге, хәрби кадрҙар әҙерләүгә, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә индергән тос өлөшө хаҡында барҙы.
Әбйәлил районынан килгән делегация музейға батыр тураһындағы фотоматериалдарҙы тапшырҙы. Концерт менән Өфө сәнғәт училищеһы студенттары, яугирҙең яҡташтары, баш ҡалалағы 7-се музыка мәктәбе уҡыусылары сығыш яһаны.


Вернуться назад