Был юлы республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов тәүге хеҙмәт юлын башлаған урынға – “Башнефть” асыҡ акционерҙар нефть компанияһына “эшкә урынлашты”.
Һикһән йылдан ашыу эшләгән ойошманың илебеҙ йылъяҙмаһында бай тарихы бар. Ул Бөйөк Ватан һуғышында дошмандарҙы еңеүгә, бихисап предприятиелар, ҡалалар төҙөүгә, юлдар һалыуға ярҙам итеп, бөгөн дә Рәсәй иҡтисадына тос өлөш индерә. Тап егерме йыл элек ойошманың беренсе цехында Борис Николаевич “Факел” ҡоролмаһы операторы булып хеҙмәт юлының тәүге битен яҙа.
Махсус эш кейеме кейеп, противогаз алып, техник хәүефһеҙлек талаптары менән танышҡас, беҙҙе автобуста предприятие эсенә индерҙеләр. Борис Николаевич бындағы үҙгәрештәргә һоҡланды: технологик йәһәттән ҙур яңылыҡтар булған, заманса ҡоролмалар ҡуйылған.
– Элек хатта ҡайҙан, ниндәй газ сыҡҡанын билдәләй торған махсус аппарат юҡ ине. Бер нисә кешенең ағыуланыуы бөгөнгөләй күҙ алдымда. Әле бөтөнләй икенсе күренеш. Хәҙерге үҫеш бындай кәмселектәрҙе шунда уҡ асыҡларға, ниндәй хәүеф янауын тиҙ арала белергә, саралар күрергә ярҙам итә. Бында экологик йәһәттән илдәге иң таҙа бензин етештерелә, – тине етәксе.