Быға тиклем баҫылған мәҡәләләрҙә беҙ тәрбиәгә алынған балаларҙың үҙенсәлектәре, уларҙы ҡурҡыу хисенән, алдашыу һәм урлашыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән арындырыу юлдары тураһында әйтеп үткәйнек. Был мәҡәләбеҙҙә лә һүҙ тәрбиәгә алынған балаларҙың үҙенсәлектәре хаҡында барасаҡ.
Дәрес әҙерләү Өйгә бирелгән эштәрҙе үтәү буйынса яуаплылыҡ тулыһынса бала иңендә булырға тейеш. Әлбиттә, ата-әсә тарафынан күҙәтеү алып барылыуы мөһим, был хәлде бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Балаһына өйгә эштәрҙе башҡарыуҙа ярҙам иткән, ҡайһы ваҡытта әҙер яуаптарҙы тотторған ата-әсәнең уҡыусыла үҙ көсөнә, белем кимәленә ышанмаусанлыҡ хисен тыуҙырыуы мөмкин. Уның класта йәки өй эштәрен үҙаллы башҡарғанда баҙап ҡалыуы, күңелен икеләнеү тойғоһо биләп алыуы ла ихтимал. Әгәр ҙә ата-әсә баланы дәрес әҙерләүгә бик йыш мәжбүр итһә, мәктәптең күңел тартмаған урынға, ә уҡыуҙың яратмаған шөғөлгә әүерелеүе бар.
Башланғыс класс уҡыусылары менән дәрес әҙерләгәндә уйын рәүешен ҡулланырға була. Ә урта һәм юғары класс уҡыусылары менән белем алыуҙың кеше тормошонда ни тиклем мөһим, ә яңы асыштарҙың һәм мәғлүмәттең ни тиклем ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс икәнлеген аңлатыуҙан сығып эш итергә кәрәк.
Баланы насар билдә өсөн әрләү урынһыҙ, сөнки “икеле”не төҙәтеп була, ауыр тойолған фәнде лә, теләк һәм тырышлыҡ ярҙамында үҙләштерергә мөмкин. Улығыҙға йәки ҡыҙығыҙға ниндәй ҙә булһа предметҡа ҡарата һөйөү уятырға ярҙам итегеҙ. Ул белем алыу процесын яратһын, уҡыу мәлендә асылған серҙәрҙе күңел биреп башына һеңдерһен. Аҡрынлап ул башҡа фәндәрҙән дә өлгәшә башлаясаҡ.
Аҡса тотоноу Был бөгөн бик көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Баланы аҡса менән эш итергә ни тиклем иртәрәк өйрәтһәң, шул тиклем яҡшыраҡ. Биш-алты йәшенән аҙлап аҡса бирә башларға мөмкин, тик уны нимәгә тотонорға, нисек ҡулланырға — үҙе хәл итһен.
Бында уның дөрөҫ һығымта яһауы мөһим: ниндәйҙер бер әйберҙе һайлап, уға башҡа нәмәнән баш тартырға тура киләсәк. Ҙур әйбер һатып алырға йыйынһағыҙ, балаларығыҙ менән кәңәшләшеү ҙә урынлы булыр. Уларҙың был темаға ҡағылышлы уй-фекерҙәрен етди ҡабул итергә тырышығыҙ. Ғаилә бюджеты һәм сығымдарҙы, аҡсаның ҡайҙан килеп, ҡайҙа киткәнен бала кескәй сағынан аңлап үҫһә, киләсәктә үҙ бюджетын планлаштырыу ҙа уға ауыр булмаҫ.
Көндәлек кәрәк-ярағына аҡса биреү — баланы уның менән аңлы рәүештә эш итергә өйрәтеүҙең бер юлы. 9-10 йәштәге балалар тәғәйен аҡсаны үҙҙәре ҡуллана ала, мәҫәлән, мәктәптә ашауға, киноға йәки уҡыу кәрәк-ярағына. Шулай уҡ кәрәгенән артыҡ бирергә лә ярамай. Иң мөһиме – бала аҡсаның тир түгеп, ауыр хеҙмәт аша табылыуын аңларға һәм уның ҡәҙерен белергә тейеш.
Кирелекте лә еңергә мөмкин Ҡайһы бер ата-әсә тәрбиәгә алған сабыйҙарын артыҡ иркәләтә. Үҙ балаһы менән сағыштырғанда уның үҙен кәм тоймауы өсөн тәрән борсола. Быны һиҙеп ҡалып, ҡыҙ һәм малайҙар яңы ата-әсәһенә күп төрлө талап ҡуя башлай. Ни тиклем артыҡ иркәләтәһең, шунса ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһоноң арта барыуы мөмкин.
Ҡайһы бер балалар үҙҙәренең бындай ҡылығын тәрбиәгә алынған булыуы менән аҡларға тырыша. Күпселеге һәр кем уларға был тормошта ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләй, насар ҡылыҡтарын, алама ғәҙәттәрен үҙҙәренең ауыр үткәне менән бәйләй. Ҡайһы берҙә хатта кире приютҡа, балалар йортона ҡайтыу йәки үҙ ата-әсәһен эҙләп табыу уйы менән ҡурҡыта башлайҙар.
Ысынбарлыҡта уларҙың элекке тормош рәүешенә бер ҙә әйләнеп ҡайтҡыһы килмәй, әммә ошо юл менән ата-әсәһенән күпте таптырырға теләйҙәр. Әгәр ҙә бала ҡәҙимге ҙур икән, был осраҡта уға һайлау мөмкинлеге бирергә кәрәк. “Ҡайҙа теләйһең, шунда йәшәргә хоҡуғың бар, беҙ һине ирекһеҙләп тота алмайбыҙ”, – тигән һүҙҙәрҙең тынысланыу һәм айыҡ аҡыл менән ҡарар ҡабул итеү өсөн етеүе ихтимал. Бәләкәйерәктәрҙең балалар йортона ҡайтыу теләге ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-тойғолар мәле менән бәйле, ата-әсәнән был осраҡта сабырлыҡ һәм ошо осорҙо үткәрә белеү талап ителә.
Шул уҡ ваҡытта өлкәндәргә лә балаларҙың күңелен ҡыйыуҙан тыйылырға кәрәк. “Һин үҙеңде мәктәптә тәртипһеҙ тотҡанлыҡтан ауырыным”, “Әгәр ҙә мине яратһаң, улай итмәҫ инең”, тигәнерәк һүҙҙәр ата-әсә һәм сабый мөнәсәбәтенә кире йоғонто яһай. Өлкәндәрҙең ҡылығын ҡабатларға яратҡан бәләкәстәр бындай тәртипте үҙҙәренә ғәҙәт итеп алыуы мөмкин.
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.