Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа21.02.2014
Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры


Беҙҙе өйҙә ҡалдырып…
Шүлгән Уралды димләп,
Ошолай тип әйткән, ти:
Йәнде ҡыйып һунарлау
Ҡомарлы эш булмаһа,
Һыуһағанда, ҡан эсеү
Тәмле нәмә булмаһа,
Атамдар йоҡо ҡалдырып,
Көн дә икәү ҡаңғырып,
Аяҡ-ҡулын талдырып,
Беҙҙе өйҙә ҡалдырып,
Йөрөмәҫ ине һунар тип…

Эпостан алынған был өҙөктә – Шүлгәнгә ун ике, Уралға ун йәш булғандағы һөйләшеү. Һунарҙың үтә лә ҡомарлы эш булыуын Шүлгән үҙҙәрен яңғыҙ өйҙә ҡалдырып китеүҙән дә өҫтөн булыуы менән аңлата:
Беҙҙе өйҙә ҡалдырып,
Йөрөмәҫ ине һунар тип…

Йәнбирҙе менән Йәнбикә һунарға киткән саҡтарында, тегене эшләгеҙ, быны эшләгеҙ, тик ҡандан ауыҙ тартығыҙ, тиҙәр ҙә сығып китәләр. Балалар яңғыҙҙары өйҙә ҡала. Ни менән көн үткәреүҙәре билдәле булһа ла, тәрбиәлә һәм бала үҫешендәге иң мөһиме – ни уйлағандары, зиһендәрендә ниндәй үҙгәреш, ниндәй үҫеш барғанлығы иғтибарҙан ситтә ҡала. Бына ҡайҙан башланған Шүлгәндең һәр саҡ яманлыҡҡа ҡайырыуы, яманлыҡты өҫтөн ҡуйыуы, тормошта еңел юл һайларға яратыуы, көнсөллөк, үс алыу һымаҡ насар ғәҙәттәре.
Хәҙер үҙебеҙҙең йәшәйеш менән сағыштырайыҡ. Атай ҙа, әсәй ҙә эштә. Өләсәй-олатайҙар менән бергә йәшәмәйбеҙ. Бала ни теләһә – шундай уйынсыҡ алабыҙ, тамаҡтарын туҡ тотабыҙ һәм тыныс ҡына йөрөйбөҙ. Бала ни уйлай? Ниндәй йүнәлештә үҫеш ала? Шүлгән кеүек үҙ алдына төрлө һығымталар яһап, үҙенә юл һайлап өлгөргәнме, әллә Урал һымаҡ уйланыу осоро кисерәме – уныһын әле уйлап еткермәйбеҙ, тамаҡтары туҡ, өйҙә телевизор, компьютер, айпад, кәрәҙле телефон, барби ҡурсаҡтары бар. Эш боҙолмаһа – ярай. Эш боҙоуҙы ниҙә күрәбеҙ? Үҙ-ара ыҙғышмаһындар, ут менән шаярмаһындар, ишекте асып ултырмаһындар, дәрес әҙерләһендәр, ваҡытында үҙҙәре белеп йоҡларға ятһындар, телевизор йәки компьютер төбөнә баш терәп йоҡлап китмәһендәр… Ә эске, күңел донъяһында ниндәй үҙгәрештәр бара? Ниҙәр кисерә бала? Уныһын уйлауҙан арыраҡ торабыҙ. Сөнки ял көндәренә тиклем йорт эштәре өйөлөп китә, ҡунаҡҡа йәки кино-театрға барып әйләнергә лә, туғандарҙың хәлен белешергә лә кәрәк. Көнкүреш мәшәҡәттәре лә тотош ялға тороп ҡала. Йыйылыш, командировка. Һәр кемдең үҙ хәстәре, үҙ мәнфәғәте. Ә балаға иғтибар итеү өсөн ваҡытыбыҙ бик-бик наҡыҫ ҡала. Ошондай мәлдә уйға ҡала ла инде бала – баланан да өҫтөн нимә бар икән? Эшме? Балала атаһы менән әсәһенең эшенә, шөғөлөнә ҡарата кире фекер тыуыуы, хатта үҙҙәрен ҡарап ҡалған кешегә, килгән ҡунаҡтарға /туғанмы, яҡын кешеме – барыбер, улар атай-әсәйҙең ваҡытын биләй/ ҡарата йән көйөү тойғоһо башланыуы, атай менән әсәйҙең урыҡ-һурыҡ ҡына ваҡыт бүлергә тырышыуҙарына һалҡынлыҡ күрһәтә башлауҙары ихтимал.
Баланың, Шүлгән юлын һайлап, ата һүҙен тотмайынса эш боҙоуы ла бик-бик ихтимал. Шул саҡта ғына атай менән әсәй “аһ” итеп ҡала… Эпосҡа ҡайтып фекер йөрөтәйек. Баланан өҫтөн күрелгән шөғөлдөң ни икәнен белергә теләү тойғоһо тыйылған әйберҙе татып ҡарауға ҡыҙыҡһыныу уята Шүлгәндә. Ул атаһы һүҙен тотмай, тыйыу-тыйылыу тигән кәртәне аша атлай. Йәнбирҙе һуйыл ала. Әммә һуйыл аҡылға ултырта алмай, ваҡытлыса ғына ҡурҡыта, артабан туҡмалмаҫ өсөн яманлыҡтарын тағы ла нығыраҡ йәшерергә этәргес кенә була – Шүлгәндең зиһенендә тормошҡа үҙ ҡарашы, үҙ йүнәлеше нығынып өлгөргән, уға ун ике йәш, ул барыбер үҙенсә эшләй.
Уралға әле ун йәш. Ул уйлана ғына һәм мейеһен быраулаған бихисап һорауҙарға яуап эҙләй генә башлаған мәле. Уның күңеле саф, уйҙары бысранмаған, уға дөрөҫ йүнәлеш биреп була. Тик балаға йүнәлеште, Йәнбирҙе кеүек бер ни аңлатмайынса, ярамай, тип тыйып ҡына йәки һуйылға тотоноп ғына түгел, ә тәүҙә баланың фекеренә ҡолаҡ һалып, уның ниндәй юҫыҡта уйлауын, донъяға ҡарашының ниндәй йүнәлештә ҡалыплаша барыуын иғтибарға алып, ул аңларлыҡ кимәлдә тәбиғәт ҡанундарына таянып аңлатырға кәрәк. Урал үҙе лә фекерен тәбиғәт ҡанундарынан сығып төйнәргә тырыша. Шуныһы иғтибарға лайыҡлы – Урал ямандарҙың яманын сит тарафтарҙан түгел, ә иң элек үҙ булмыштарынан эҙләй:
Ямандарҙың яманы,
Шул йоланы табыусы,
Ерҙә үлем сәсеүсе –
Ошо тирәлә беҙ дүртәү
Булабыҙ һуң түгелме?

Был осраҡта ла халыҡ аҡылы бик урынлы фәһем бирә. Кеше хатаны иң элек үҙенән эҙләргә тейеш. Аҡланыу, һылтаныу, кемделер ғәйепләү бер ваҡытта ла ыңғай һөҙөмтә бирмәй, хатаны тәрәнәйткәндән-тәрәнәйтә генә. Ошо уңайҙан әйтеп үтеү урынлы булыр. Беҙ берәй нәмә аңлатһаҡ, ғәҙәттә, “Аңланыңмы?” – тип һорайбыҙ. “Аңламаным”, – тиһә, тыңлаусы үҙе ғәйепле булып ҡала. Ә һорау: “Аңлата алдыммы?” – тип ҡуйылырға тейеш. Ул саҡта инде һин ҡайһылайыраҡ итеп аңлатырға икән тип, үҙең уйлана башлайһың, үҙең баш ватаһың.
Эпоста ла шулай. Урал үҙ һорауына яуапты үҙ йәшәйештәренән, үҙ булмыштарынан эҙләп ҡарай. Артабан урмандағы йән эйәләренән – һәр төрлө нөгәрҙән үҙ һорауына яуап эҙләй.

Битарафлыҡтан да яман сир юҡ
Ҡоштарҙың яуаптарынан уларҙың йәшәйешкә ҡараштарын асыҡ төҫмөрләп була – ҡоштарҙың булмышында кеше холҡо төҫмөрләнә. Халыҡ аҡылы ҡош ғәҙәттәре аша кешеләрҙәге ниндәй холоҡтоң йәшәйештә ҡамасаулаясағын иҫкәртә.
Үлем тигән яуыздың
Төрөн һанап беләйек,
Көслө көсһөҙҙө ейгән
Йоланы беҙ өҙәйек…

– ти Урал.
Ҡоҙғон үҙ фекерен туранан-тура әйтә:
Мин Үлемде табыуҙан
Бер ҙә ҡурҡып тормайым,
Әммә тотоп биреүгә
Һис ҡасан да күнмәйем.
Ҡарт булһам да был эштән
Мин бер үҙем баш тартам…

Артабан Ҡоҙғон был эштән ни өсөн баш тартҡанлығын да аңлатып бирә. Тормошта ла фекерен тура әйткән, нигеҙләй алған кеше менән эш итеү ауыр түгел. Барыһы ла асыҡ, күҙ алдында. Һайыҫҡан да шулай – төйнәлгән фекерен ярып һала һәм ни өсөн баш тартҡанлығын аңлата. Ошондай аныҡ фекерле, асыҡ күңелле, үҙ ҡарашын дәлилләй белгән кешеләр менән бәйләнешкә инеү еңел. Донъяла ҡоралай, болан, ҡуян кеүек, үҙ аяҡтарына маһайып, бер һүҙ әйтмәгәндәр ҙә бар. Ундайҙар үҙ көстәренә ныҡ ышана, әммә бер ҡатлыраҡ фекер йөрөтәләр, сөнки донъяла алдаҡ, юхалау, ике йөҙлөлөк кеүек мәкер барлығын, хәйләһеҙ болан кеүек йылан ауыҙына килеп эләгеү, ярҙамға мохтаж булып ҡалыу тураһында уйлап та бирмәйҙәр.
Шуныһы иғтибарға лайыҡлы, был йән эйәләренең фекерҙәре лә йәшәү рәүешенә ҡарап төйнәлә. Көстәренә ышанғандары үлемдән ҡотолоу яйын үҙе эҙләр, тигәнде хуплай. Ә инде мыр-маҙар менән генә туҡланыусы ҡоштарҙың хатта әйтер фекерҙәре лә юҡ, улар фәҡәт ояла ғына. Тимәк, ҡул ярҙамы ғына түгел, тел ярҙамына мохтажлыҡ кисереп, кемгәлер мөрәжәғәт итергә уйлаһаң, иң элек уның үҙенең йәшәү рәүешенә иғтибар итергә кәрәк. Кешенең уй-фекере уның йәшәү рәүешенә ҡарап ҡалыплаша. Йәки, киреһенсә, кешенең йәшәү рәүеше уның аң-фекерләү кимәленсә ҡорола. Кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға уйлаһаң, иң элек уның уй-фекерен үҙгәртеүҙән башларға кәрәк.
Иң ҡатмарлыһы, иң ҡурҡыныслы һәм ауыр ҡатлам: ул – битарафтар, ғәмһеҙҙәр. Уларға ышанып та, таянып та булмай. Бөгөн — былай, иртәгә – тегеләй. Ә битарафлыҡ ул маҡсатһыҙлыҡтан килә. Ундайҙарҙың донъяға ҡараштары: “Миңә барыбер”, “Булһын, булһа, ни була”. Кешелек донъяһының бындай өлөшө эпоста кәкүк аша сағылдырыла.
Оям юҡ,
Балам тигән ҡайғым юҡ;
Бала – бауырым, тигәндәр,
Бала өсөн көйгәндәр
Ни теләһә – миңә шул.

Һүҙ туранан-тура балаһыҙлыҡ тураһында бармай. Кәкүк балаһыҙ түгел, улай булһа, бөгөнгө көндә кәкүктәр булмаҫ ине. Бында фекерҙең әрәсәһе маҡсат-киләсәк тураһында. Маҡсаты булмаған, киләсәген хәстәрләмәгәндәр, битарафтар – бөгөнгө көн менән генә көн итеүселәр тураһында. Уларҙы хатта йәшәүселәр, тип тә әйтеп булмай, улар - көн итеүселәр. Йәшәү – ул алдағыңды хәстәрләү, киләсәгең хаҡында уйлау, маҡсат билдәләү. Кәкүктең бер маҡсаты ла юҡ. Бер ни ҙә уның бауырын өҙмәй, ул бер ни өсөн дә көймәй. Башҡалар ни теләһә – уға шул. Ундайҙарға таянып, ышанып булмай. Бөгөн һинең һүҙеңде һөйләр, иртәгә – башҡаныҡын көйләр.

(Дауамы. Башы 2014 йылдың 14 февраль, 27-28-се һандарында).


Вернуться назад