Көнөнә 28 километр юлды йәйәүләп ниндәй һөнәр эйәһе үтә тип беләһегеҙ? Талбазы ауылы почтальоны Тамара Павлова йөрөгән араны үлсәһәң, нәҡ шул сама булыр. Ул район үҙәгендә йәшәгән 2,5 мең кешене хеҙмәтләндерә. Эш урынынан иртән үк сумкаһын гәзит-журнал һәм башҡа әйберҙәр менән тултырып сығып китә лә кис кенә әйләнеп ҡайта.
Һүҙ – Талбазы почта бүлексәһе начальнигы Гүзәл Рәйес ҡыҙы Тимербулатоваға:
– Тамара Павлованы йәштәргә өлгө почтальоныбыҙ тип билдәләр инем. 15 йыл эшләү дәүерендә уға ҡарата бер ниндәй дәғүә белдерелгәне юҡ. Йөкмәтелгән бурысын барыһы ла уның кеүек яуаплылыҡ тойоп атҡарһа икән! Үҙенә беркетелгән урамдарҙа йәшәүселәр өсөн яҡшы таныш ҡына түгел, ә күптән яҡын кеше булып бөттө. Халыҡ менән эшләй белә, шуға үҙен дә хөрмәт итәләр. Йәйге ялға киткәндә урынына эшкә яуаплы ҡараған почтальондарҙы ғына ҡалдырырға тырыша. "Мин юҡта насар хеҙмәтләндерһәләр, матбуғатҡа яҙылыу башланғас, ризаһыҙлыҡтарын миңә еткерәсәктәр бит, яҙылмаясаҡтар", — тип борсола. Ихласлығына, эшенә башкөллө бирелеүенә бер генә миҫал килтереп үтәм. Иртәгә 8 Март тигән көндә аяғын ҡаймыҡтырған, әммә дауаханаға барырға теләмәй. "Почтаны кем таратыр һуң, байрамда халыҡ мәхрүм ҡала бит", — ти. Күндереүен-күндерҙек, шулай ҙа түҙмәне, эшкә сыҡты.
Тамараға халыҡ та ныҡ өйрәнгән, күренмәйерәк торһа, юғалта башлайҙар. "Ҡайҙа булды беҙҙең Тамара?" — тип ҡыҙыҡһыналар.
Эшкә килеүселәрҙе почтальон һөнәренең серҙәренә ихлас төшөндөрә, баҫмаларҙы яҡшы белеүенә, бутамауына ла хайран ҡалабыҙ. Тағы бер ҡыҙыҡлы сифаты бар: алдында ниндәй милләт кешеһе торһа, шул телдә һөйләшә. Бөгөн почта тап шундай намыҫлы, һөнәрен яратҡан һәм яуаплылыҡ тоя белгән хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә генә йәшәп килә лә инде.