Тарихи дөрөҫлөк сағыла21.02.2014
Бөйөк ғалим, француз энциклопедисы Дени Дидро "кеше уҡыуҙан туҡтаһа, уйлауҙан туҡтай" тип әйтеп ҡалдырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа китап донъяһын Интернет бик йылдам ҡыҫырыҡлай. Шуға өҫтәп, китап магазиндарында бер көнлөк детективтар менән енси мажараларҙы һүрәтләүгә ҡоролған баҫмалар тулып ятҡанын таныһаҡ, уҡыуҙың да сифаты түбәнәйеүе көн кеүек асыҡ. Ә күңелде, зиһенде өйкәгән һорауҙар йылдан-йыл арта бара, ваҡыт ҡыҫымы был һорауҙарҙы үтә лә киҫкенләтә.

Ғәзиз атайсалыбыҙ Башҡортостан тарихы, башҡорт халҡының данлыҡлы үткәне, ике быуаттан ашыу дауам иткән ихтилалдар тураһында яҙылған китаптарҙа мине иң ныҡ борсоған һорау — ни өсөн башҡорттоң үҙ дәүләтселеге тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек? Рәсәй империяһында башҡорттар һымаҡ тотҡан урын-ер, яулаған абруй, индергән өлөш ҡалған төрки ҡәрҙәштәребеҙҙә юҡ, тип уйлайым. Поляк һәм француз баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтар, Исмәғил Тасимовтың үҙ аҡсаһына Петербургта Тау академияһын асыуы, большевик болалары ҡупҡас, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡорт ғәскәрен булдырыу, Бөйөк Ватан һуғышында үҙ йөрәге менән дзотты ҡаплаған һалдат Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), шундай уҡ батырлыҡ күрһәткән офицер Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин. Был исемлек бөгөн дә дауам итә. Билдәле булыуынса, олигарх Ходорковскийға ҡаршы асылған енәйәт эшендә башҡорт тәфтишсеһе Салауат Кәримов төп урынды тота, Сүриәләге ҡапма-ҡаршылыҡты оҫта сискәне өсөн "Батырлыҡ" ордены менән бүләкләнгән илсе, Ишембай районының Ҡанаҡай ауылы уҙаманы Азамат Ҡолмөхәмәтов, Сочи Олимпиадаһы аҡсаһын урлаған бурҙарҙы ҡыуғас, унда эшләй башлаған Рәсәй Олимпиада комитетының вице-президенты Хәмит Мәүлийәров һәм башҡалар.
Ниңә әле рәхмәт әйтеүсе, һинең фиҙакәр хеҙмәтеңде баһалаусы юҡ, тип зарланып көн иткәндә, Йәдкәр Бәшировтың "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш" тигән китабы ҡулыма килеп эләкте. "Туймазинский вестник" гәзите типографияһында үҙнәшер ысулы менән 350 данала баҫылған был китап мине ныҡ ҡыуандырҙы, күп кенә һорауға яуап бирҙе.
Беренсеһе — башҡорт, болғар, татар халыҡтары тарихы тураһындағы китапты инженер, оҫта ойоштороусы, Көйөргәҙе районының Яңы Аллабирҙе ауылында тыуып, оҙаҡ йылдар Татарстанда йәшәп, бер нисә ҙур берекмәнең генераль директоры булған, республика Хөкүмәтендә эшләгән, социология өлкәһендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған шәхес яҙа. Йәдкәр Әхәт улының тормош иптәше Ишембай районы ҡыҙы Фирҙәүес Бәширова ла күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Татарстанда башҡорт рухын һәм башҡорт телен ҡурсалаусы булараҡ билдәле. Китапта башҡорт халҡына булған ихтирам, тарихи дөрөҫлөккә һаҡсыл ҡараш, киң һәм тәрән белем ярылып ята. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, беҙҙең тарихсылар бындай китап яҙғаны юҡ, буғай.
Икенсеһе — китаптың "башҡорттарҙың дәүләтселеген тарихи дәлилләү" тигән өлөшөндә, ниһайәт, биш ханлыҡ аталып, уларҙың хандары, биләгән ерҙәре, башҡорт, болғар, дөйөм төрки донъяһында тотҡан урындары асыла.
Өсөнсөһө — "Бөйөк Башҡортостан (Аҡ болғар)" тип аталған өлөштә автор был илдең төньяҡта Аҡ диңгеҙҙән, көньяҡта Яйыҡ (Урал) йылғаһының урта ағымынан, көнсығышта Тобол йылғаһынан, көнбайышта Волга йылғаһы, Финляндияға ҡәҙәр йәйрәп ятыуын үҙе һыҙған картала күрһәтә һәм дәлилләй. Был өлөштә шулай уҡ башҡорт хандарының династия сылбыры ла бирелә.
Дүртенсеһе — Бөйөк Болғар дәүләтенең милли асылын асҡанда болғар-сыуаш, болғар-башҡорт, болғар-татар элементтарын айырым атап, уларҙың был дәүләттә тотҡан урынын, үҙ Ватаны тарихына индергән өлөшөн күрһәтә.
Бишенсеһе — Болғар дәүләтенең хандары менән бер рәттән, был дәүләттең мәғрифәтселәре, ғалимдары, яҙыусылары, дәүләт эшмәкәрҙәре ысын ихтирам менән ышаныслы һүрәтләнә. Быға хәтле мәшһүр Ҡол Ғәлиҙең Әйле башҡорто икәнен белһәм дә, уның ҡумыҙсы булыуын, лағырҙарға ҡумыҙ бүләк итеүен, "Хон китабы" исемле әҫәр өҫтөндә эшләүен белмәй инем.
Алтынсыһы — иң мөһиме. Бөгөнгө буталсыҡ заманда, күптәр яңы тарих эҙләгән һәм яҙған мәлдә, был китап милләт тарихына, дәүләт тарихына объектив һәм һаҡсыл ҡарарға, ут күрше халыҡтар дуҫлығын һаҡларға һәм яҡларға өндәй. Мин үҙем дә, инженер булараҡ, ошондай китап яҙа алған күренекле замандашыма, ғүмерен техника өлкәһендә үткәреп оло ҡаҙаныштар яулаған яҡташыма, тәрән ихтирамымды белдерәм.
Тимер НИӘТШИН.



Вернуться назад