Һәр атама — ҡомартҡы21.02.2014
Һәр атама — ҡомартҡы
Географик атамалар — тыуған еребеҙҙең йөҙәр генә түгел, ә күп меңәр йылдар буйы быуындан быуынға, телдән телгә тапшырыла килгән хәтер хазинаһы. Был байлыҡты йыйыу һәм ғилми нигеҙҙә өйрәнеү эше һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала. Ә инде көндәлек ҡулланылыш, тел мәҙәниәте йәһәтенән ҡарағанда, ер-һыу атамаһының дөрөҫ яҙылышы айырыуса әһәмиәтле.

Беҙҙең шарттарҙа, йәғни милли республикалар ерлегендә, был мәсьәләнең ошондай аспекттары һәр ваҡыт иғтибарҙы йәлеп итә. Беренсенән, башҡорт атамаларының урыҫ телендә дөрөҫ яҙылышы; икенсенән, урыҫ теленән һәм урыҫ теле аша ингән атамаларҙың башҡорт телендә дөрөҫ яҙылышы; өсөнсөнән, ҡәрҙәш телдәрҙән, шулай уҡ тарихы, мәҙәниәте менән беҙгә яҡын торған халыҡтарҙың телдәренән алынған атамаларҙың башҡорт телендә дөрөҫ яҙылышы мәсьәләләре. Уларҙың һәр береһенә айырым туҡталып үтергә булыр ине, әммә бөгөн мин, һүҙҙе оҙонға һуҙмайынса, тағы бер тапҡыр нәҡ үҙебеҙҙең башҡорт атамаларының башҡортса дөрөҫ яҙылышына бәйле фекерҙәрем һәм күҙәтеүҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Был өлкәлә лә борсолорлоҡ урын бар. Хатта йыш ҡына дөрөҫ әйтелеше күптән асыҡланған атамаларҙы боҙоп яҙыу осраҡтарына ла тап булырға тура килә. Миҫал өсөн республиканың төньяҡ-көнбайышындағы Тере Танып тигән йылға (Ағиҙелдең уң ҡушылдығы) исемен беҙҙең матбуғатта боҙоп Етеҙ Танып тип яҙылыуына тап булырға тура килә. Үкенескә ҡаршы, Өфө — Нефтекама юл буйындағы аншлагта ла шул хата урын алған. Уның сәбәбе ниҙә тип уйлайһығыҙ? Эш шунда: Тере Танып урыҫса географик һәм белешмә әҙәбиәткә, карталарға Быстрый Танып формаһында кереп киткән. Башҡортсаһын белмәгән авторҙар уның урыҫ телендәге "быстрый" тигән аныҡлаусы өлөшөн "етеҙ" тип тәржемә итә. Әммә йылғаның халыҡ телендәге боронғонан килгән атамаһы — Тере Танып. "Башҡортостан Республикаһының топонимик һүҙлеге"ндә лә, "Башҡорт энциклопедияһы"нда ла ул гидронимдың урыҫсаһы ла, башҡортсаһы ла нәҡ шул рәүешле — Быстрый Танып һәм Тере Танып тип бирелгән. Иғтибарлы булырға ине — икеһе лә ниндәй мәғәнәле, үҙенсәлекле баһа.
Тағы бер миҫал. Шишмә районындағы ҙур ғына Ар ауылын күптәр беләлер, моғайын. Урыҫсаһы Арово тип алынған. Әммә 1999 йылда "Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленеше" тигән китапты баҫмаға әҙерләүсе иптәштәр ул атаманы боҙоп белешмәгә "Әри" тип индереп ебәрҙе. Ошо хата "Башҡорт энциклопедияһы"на ла (I том) инеп киткән. Юл буйында ла, ауылға кергәндә һәм сыҡҡан урында әлеге шул "Әри" тигән яҙылышҡа тап булаһың. Әммә ауыл атамаһының дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы — Ар. Әүәл башҡорттар фин-уғыр халыҡтарын, шул иҫәптән удмурттарҙы ар тип атаған. 1971 йылдың йәйендә унда йәшәгән ҡарттар ауыҙынан ауыл тарихының арҙар менән бәйле булыуы, бер урамында элек арҙар (удмурттар) йәшәгәнлеге тураһында иҫтәлектәр яҙып алдым. Арҙар үҙҙәре лә, тирә-яҡтағы башҡорттар, татарҙар ҙа ауылды фәҡәт Ар тип атай. Республикабыҙҙың административ-территориаль төҙөлөшө китабының 2007 йылғы баҫмаһында был хата төҙәтелде. Шишмә районы хакимиәте лә ауыл осондағы аншлагта әлеге хатаны төҙәтеү сараһын күрһен ине.
Ошо уҡ райондың юл күрһәткесендә шулай уҡ Болошло йылғаһы атамаһының башҡортса яҙылышындағы хата хаҡында ла шуны әйтер инем. Йылғаның (һәм Благовар районындағы шул уҡ Болошло буйында ултырған ауыл) исеме урыҫ телендә Балышлы формаһында алынған. Ләкин уның башҡортса дөрөҫ әйтелеше — Болошло. Гидроним байлыҡ, муллыҡ, затлы мәғәнәһендәге бол һүҙенән һәм -ош, -лы ялғауҙарынан барлыҡҡа килгән. (Әйткәндәй, бөйөк А.С. Пушкиндың биографияһында урын алған Болдино имениеһының атамаһы ла "болло" мәғәнәһендә шул уҡ бол тамырынан яһалған. Бол+-до — Болдо, артабан урыҫ телендәге -ин(о) суффиксы ҡушылып, Болдино булып киткән). 2007 йылда Болошло ауылы атамаһының башҡортса дөрөҫ яҙылышын, ниһайәт, "Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшө" китабына индерҙек.
Миңә, "Башҡорт энциклопедияһы"ның ғилми-нәшриәт советы ағзаһы булараҡ, әлдән-әле ер-һыу атамаларының башҡортса дөрөҫ яҙылышын билдәләү эше менән шөғөлләнергә тура килә. Республикабыҙ Хөкүмәте ҡарамағындағы "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында"ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның Топонимика хеҙмәте ултырыштарында был мәсьәлә даими көн тәртибенә ҡуйыла. Үткән йылда ғына, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының хатына яуап итеп, Куйбышев тимер юлының Дим — Ҡарлыман — Белорет һәм Ҡарлыман — Күмертау, йәнә Абдулла (урыҫса Абдуллино) — Өфө — Кропачево маршруттарындағы тимер юл туҡталыштарының атамалары теркәлгән исемлектәрҙе ҡарап сығып, һәр береһенең башҡортса дөрөҫ яҙылышын асыҡлап, әлеге Комитетҡа Хөкүмәт исеменән яуап хаттары әҙерләнек. Шуның менән Башҡортостан территорияһындағы тимер юл туҡталыштарының исемдәрен дәүләт телдәрендә — урыҫса һәм башҡортса — яҙып ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителде.
Ҡайһы бер атамаларҙың башҡортса яҙылыш нормаһын билдәләү өсөн махсус эҙләнеү, тикшеренеү эштәре үткәрергә лә тура килде. Әйтәйек, “Минйәр” менән “Эҫем” станциялары араһында туристарға киң билдәле “Биянка” тигән туҡталыш бар. Ул шул уҡ исемдәге гидронимдан алынған. Ә гидроним үҙе мең ҡәүеменең яйыҡҫыбы ырыуы составындағы бөйән тигән ара исеме менән аталған булып сыҡты. (Был хаҡта Силәбе топонимисы Н.И. Шувалов үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области" тигән хеҙмәтендә яҙған). Шул уҡ ваҡытта башҡорт телендә бөйән һүҙенең "ашҡаҙандан сыҡҡан нәҙек эсәктең өлөшө", ә һөйләштәрҙә "тултырма" мәғәнәһендә ҡулланылғанын да әйтеп үтергә мөмкин. Әлеге йылғаны, бормалы-бормалы булыуына ҡарап, эсәккә, йәғни бөйәнгә оҡшатҡан булыуҙары ла ихтимал. Һәр хәлдә, шуныһы мөһим: йылға исеме башҡортса Бөйән булғанлығы раҫлана.
Яңыраҡ "Башҡорт энциклопедияһы"ның башҡорт вариантын мөхәррирләүсе хеҙмәткәрҙәр алдында, күп кенә бүтән атамалар менән бер рәттән, Дәүләкән районындағы Дундук тигән бәләкәй генә йылғаның исемен башҡортса нисек яҙырға тигән һорау килеп тыуҙы. Мин, үҙемдең Дим буйы топонимияһына арналған хеҙмәтем өсөн материалдар йыйған саҡта, Ҡоръятмаҫ ауылында булһа кәрәк, уның башҡортса Тәндәк тип әйтелеүен дәфтәремә теркәп ҡуйғайным. Аҙаҡ, ысынлап та, был дөрөҫкә сыҡты. "БР-ҙың топонимдар һүҙлеге"ндә Мәләүез һәм Дыуан райондарында Тәндәк тигән йылғалар теркәлгән. Ошондай аңлатма ла биргәнбеҙ: от диал. тәндәк "дурная, шальная" (йәғни әҙәби телдә был тинтәк була). Ышандыра, сөнки топонимияла, әйтәйек, әллә күпме тиле, тинтәк, иҫерек һ.б. йылға, урман атамаһы булғанлығы яҡшы билдәле.
Ниһайәт, Булат Аҡмановтың "Ейәнсурамы, әллә Йәнсурамы?" тигән мәҡәләһенә ("Башҡортостан", 24.01.2014) туҡталып үтмәксемен. Автор "беҙҙең район атамаһының башҡортса дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы "Йәнсура булырға тейештер" тигән фекерҙә. Быға дәлил итеп Бөйөк Ватан һуғышына тиклем район Йәнсура тип йөрөтөлә ине, заманында был атама урыҫсанан башҡортсаға яңылыш тәржемә ителгән, сөнки урыҫтарға йән һүҙен әйтеүе ауырыраҡ, тимәксе. Шуға өҫтәп, "сура" һүҙенә бары тик йән һүҙе генә ҡушылған исемдәр яһалыр булған тип, ошо фекерҙе раҫлаусы күп кенә миҫалдар килтерә. Бер ҡарағанда, хөрмәтле Булат ағай хаҡлы ла кеүек. Ләкин уның ейән һүҙе менән исемдәр яһалыу мөмкинлеген инҡар итеүе менән бер ҙә килешеп булмай. Башҡортта уның Йәнсураһы ла, Ейәнсураһы ла, Йәнбайы ла, Ейәнбайы ла булған тип раҫлай алам. Бына минең "Заманалар ҡиссаһы" тигән тарихи хеҙмәтемдең геройы — Әлшәй Мәргәндең, бишенсе быуын тыуаһы буламы икән, үҙе хаҡында: "1908 йылдың 2 мартында Сурайға ҡунаҡҡа барған ваҡытта тыуғанмын. Шуның өсөн Ейәнбай тип ҡушҡандар исемде. Атаның йортонда мин — ейән. Ә паспортта Янбай тип яҙылған", — тип таныштырғайны. (Ҡарағыҙ: Быуаттар аманаты. Өфө: Китап. 2002. 353-сө бит). Тарихи документтарҙа (урыҫ телендә) Зьянгул, Джианбек, Зианбай, Джианбай, Джианчура, Дзианчура, Зианчура, Зьянчура, Зиянгул тигән ("Материалы по истории БАССР", III том) әллә күпме кеше исеме теркәлгән. Хәҙер ҙә ана Иршат Зианбердин тигән бер тикшеренеүсебеҙ бар. Уның фамилияһын да мин башҡортса Ейәнбирҙин булырға тейеш тип иҫәпләйем. Шунан сығып ҡарағанда, әлеге райондың (Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендә элек Ейәнсура тигән ауыл да булған) исеме урыҫ телендә нәҡ ана шул Ейәнсура тигәндән Зианчурино, Зианчуринский тип алынған булыуы шик тыуҙырмай. Һәр хәлдә, "Йәнсура" булғандыр ул тигән версияны раҫлар өсөн дәлилдәр етерлек түгел.
Һәр бер географик атама — тел, тарих, мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Бында бәләкәй генә үҙгәрештәр индерергә булһаҡ та, мәсьәләне төбөнә төшөп етмәйенсә, төрлө яҡлап, айырыуса элекке тарихи документтарға таянып нигеҙләмәйенсә, ашығыс эш итергә ярамай. Топонимия мираҫыбыҙҙы өйрәнәйек, тикшерәйек, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ!
Рәшит ШӘКҮР.


Вернуться назад