Бындай диалект булғанмы?21.02.2014
Бындай диалект булғанмы?
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың үҙәк корпусында «Урал һәм Волга буйы халыҡтарының тарихына яңы ҡараш» китабының исем туйында арҙаҡлы шәхестәребеҙ ошо һорауға яуап эҙләне. Китаптың авторы – крайҙы өйрәнеүсе, социология фәндәре кандидаты Йәдкәр Бәширов.

Ғалим үҙенең монографияһында Бөйөк Башҡортостандың булғанын раҫлай, уның халҡы берҙәм боронғо төрөк теленең башҡорт-ҡыпсаҡ диалектын йөрөтөүселәр булған, тип фаразлай.
Сараға профессорҙар, тарих фәндәре докторҙары һәм студенттар саҡырылғайны. Шуға ла исем туйы бик йәнле барҙы. Ирек Аҡманов, Айтуған Аҡманов, Рәшит Шәкүр, Әхмәт Сөләймәнов, Юлдаш Йосопов, Салауат Ғәлләмов кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙ китапта бирелгән мәғлүмәт буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе.
Л. ҒАФАРОВА.

Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад