Йәдкәр Бәширов: “Тарихты өйрәнеп, милләтемде асыҡланым”21.02.2014
Йәдкәр Бәширов:  “Тарихты өйрәнеп,  милләтемде асыҡланым”Йәдкәр Бәшировтың “Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш” тип аталған китабы ҡулыма осраҡлы ғына килеп эләкте. Былтыр ғына нәшер ителгән китаптың тиражы артыҡ ҙур булмаһа ла, ул үтә ҡәҙерле, йәмәғәтселектә ҙур иғтибар тыуҙырған баѕма булып сыҡты. Ысынлап та, һөнәре буйынса инженер булған, ҙур-ҙур ойошмаларҙа етәксе вазифаларҙа эшләгән кеше тарихтағы аҡ таптарға асыҡлыҡ индерә, быға тиклем билдәһеҙ факттарҙы таба.
Автор Башҡортостанда тыуһа ла, ғүмеренең күп өлөшөн Татарстанда йәшәй, ғөмүмән, үҙен татар тип иѕәпләй. Тик тарихты тәрән өйрәнеү генә уға ысынбарлыҡты асыҡларға ярҙам итә. Йәдкәр ағай беҙҙән алыѕ йәшәгәнлектән, уның менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп булманы. Шулай ҙа интернет заманы әңгәмә ойоштороуҙа ярҙамға килде. Йәдкәр Әхәт улынан китапты нисек яҙыуы, милләт-ара мөнәсәбәттәргә ҡарашын белештек.


– Әңгәмәбеҙҙең башында уҡ, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн, был хаҡта һорамай булдыра алмайым. Һеҙ милләтегеҙ буйынса үҙегеҙҙе кем тип иѕәпләйһегеҙ?
– Әйҙәгеҙ, асыҡлайыҡ һуң улай булғас. Мин Башҡортостанда, Көйөргәҙе районының Яңы Аллабирҙе ауылында тыуғанмын. Метрика ҡағыҙында “татар” тип яҙылғанмын. Башта Ырымбур өлкәһенең Троицкий районында – урыѕ, артабан VII кластан һуң, Мораптал урта мәктәбендә татар класында уҡып, аттестат алдым.
Яҙышҡанымды, төбәк, халыҡ яҙмышы менән ҡыҙыҡһынғанымды белгәнлектән, 2004 йылда ауылдаштар менән осрашыуҙа ауылыбыҙҙың тарихын яҙыуымды үтенделәр. Шул мәлдән тыуған ерем тарихын Өфө, Ырымбур, Ҡазан архивтарында ҡаҙынып өйрәнә башланым. Ата-әсәйемдең, нәѕелемдең башҡорт милләтенән икәнлеге архивтарҙағы «Ревизские сказки» тип аталған документтарҙан, метрика һәм никах ҡағыҙҙарынан билдәле булды. Мине ниңә татар тип яҙҙырғандарҙыр – белмәйем. Шуға күрә ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһына башлағанға тиклем үҙемде татар тип иѕәпләнем. Ә инде уны төплөрәк өйрәнеү, әлбиттә, башҡорт һәм татарҙарҙың ҡайҙан килеп сығыуын асыҡлауға этәрҙе. Үҙ-үҙемә бик күп һорауҙар биреп, уларға яуап эҙләнем. Күңелемдә тыуған ҡаршылыҡлы тойғоларҙы аңларға, ҡайһы берҙәрен хатта еңергә кәрәк ине. Ғөмүмән, психологик һынылыш кисерҙем, был минең өсөн еңел булманы. Һөҙөмтәлә тыуған яғымдың тарихын сағылдырған «Быуаттар ҡатламы аша» тип аталған китабым донъяға килде.

– Аңлауыбыҙса, бының менән генә эш тамамланмаған...
– Эйе, эҙләнеүҙәремде туҡтатманым. Уларҙы артабан дауам итеп, Башҡортостанда, Татарстанда, Мәскәүҙә донъя күргән тарихи материалдарҙы эҙләп алып, ентекләберәк өйрәндем. Мине: “Хаталанмайыммы, киләсәк быуын вәкилдәре өсөн был бик етди һорауҙар тыуҙырырға мөмкин”, тигән уй ташламаны. Өѕтәүенә ауыл тарихына арналған китабыма ла күп материалдар инеп бөтмәгәйне. Уларҙы ла халыҡҡа еткерге килде.

– Тимәк, һеҙҙең артабанғы эҙләнеүҙәрегеҙ һөҙөмтәһе булып ошо “Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш” тигән китабығыҙ тыуҙы инде. Ул айырыуса кемдәр өсөн ҡыҙыҡлы тип уйлайһығыҙ?
– Быға тиклем киң аудиторияға билдәле булмаған сығанаҡтар табыуым Урал һәм Волга буйында монгол яуҙарына тиклем йәшәгән боронғо башҡорттар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар тураһында тарихи мәғлүмәттәр тупларға ярҙам итте. Был фактик мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткергем килде, сөнки Башҡортостан менән Татарстан ғалимдары яҙған материалдарҙағы мәғлүмәттәр мине ҡәнәғәтләндереп бөтмәй ине. Был китапты яҙа башлар алдынан күп уйланырға, һәр мәғлүмәтте өйрәнергә, үлсәргә кәрәк булды.
Китап минең кеүек үҙ нәѕелен, ырыуын, ырыу тарихын белергә теләүселәр өсөн яҙылған. Улар баҫма артында бирелгән сығанаҡтарҙы архивта “Ревизские сказки”, “Метрические данные” тип аталған документтарҙа таба ала.

– Һеҙ үҙегеҙҙең башҡорт икәнлегегеҙҙе аңлағас, психологик һынылыш кисерергә тура килде, тиһегеҙ. Йәш саҡта ундай уй башығыҙға инмәнеме?
– Беҙ социализм осоронда тыуҙыҡ, үѕтек һәм уҡыныҡ. Ул йылдарҙа барлыҡ милләт вәкилдәре араһында ла дуѕтарса мөнәсәбәт булды, тормошобоҙҙо башҡаса күҙ алдына килтереү өсөн нигеҙ ҙә юҡ ине. Шуға күрә ул саҡта этностар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе анализлау уйы бер кемдең башына ла инеп сыҡмай ине. Әлбиттә, йәш саҡта араларҙа низағтар ҙа тыуғыланы. Ул замандарҙың идеологияһы тигеҙлек, кешеләрҙең бер-береһенә туғанлығына нигеҙләнде. Милләтең, ниндәй телдә һөйләшеүең – мөһим түгел.
Илебеҙҙә автомобилдәр төҙөү гиганттары барлыҡҡа килә башлаған йылдарҙа был объекттарҙа меңәрләгән йәштәрҙең бергә эшләгәнен күрҙем. Кистәрен улар майҙандарға сығып аралашты, күңел асты, кисәләр ойошторҙо. Унда күп милләтле илебеҙ халыҡтарының йыр-моңо, бейеү көйҙәре ағылды. “КамАЗ”-да башҡорт һәм татар йәштәре байтаҡ булды, башҡа милләт вәкилдәре лә бар ине. Тик мин бер тапҡыр ҙа уларҙың милли мәсьәлә буйынса тауышланғанын ишетмәнем. Бөтәһе лә берҙәмлектә, дуѕлыҡта йәшәне.
Бөгөн баҙар иҡтисады һәр кемде аҡса иѕәпләргә мәжбүр итә. Бер ниндәй идеологияның да хәлде ҡотҡарырлыҡ әмәле юҡ, илдә аҡса хөкөм һөрә. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башы идеологияны емереүҙе тиҙләтте. Тап ошо ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында милли йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килеүе, теге йәки был халыҡты яҡлап митингтар ойошторолоуы тураһында хәбәрҙәр күренә башланы. Ҡайһы бер йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре бөтәһе лә ишетерлек итеп Башҡортостанда татарҙар ҡыѕырыҡлана тигәнерәк хәбәр тарата башланы. Хатта эш ҡайһы бер милләттәрҙең абруйын төшөрөүгә тиклем барып етте. Яһалма рәүештә ҡараштарҙы бәрелештереү, мөнәсәбәттәрҙе ҡырҡыулаштырырға маташыу, власҡа ынтылыусы кешеләр төркөмө өсөн, бәлки, файҙалы ла булғандыр. Яһалма тип әйтәм, сөнки уларҙың эшмәкәрлеге ябай кешеләр мөнәсәбәтендә сағылыш тапманы.

– Ысынлап та, бөгөн башҡорт менән татар халҡы араһында проблемалар бар, тип яр һалырға яратабыҙ. Тимәк, һеҙҙеңсә ундай мәсьәлә ҡырҡыу тормай?
– Башҡорт менән татар элек-электән ҡан-ҡәрҙәш халыҡ булған. Шуға күрә улар араһында низағ, күрә алмаусанлыҡ бар тиеүселәр хаталана. Быны яһалма, ялған абруй, капитал туплауҙың бер сығанағы тип уйлайым. Мин урыѕтар менән уҡыным, татарҙар араһында йәшәнем. Мәктәптә башҡорт һәм татарҙарҙың параллель кластары араһында бер ниндәй ҙә милли проблемалар булманы. Татарстанда йәшәй, эшләй башлаған йылдарҙа ла бындай һорауҙар бер ҡасан да тыуманы. 1990 йылдарҙа Ҡазандың киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостанда татарҙарҙы ҡыѕырыҡлау тураһында хәбәрҙәр күренә башланы. Әммә ябай халыҡ араһында милли проблемалар, минеңсә, юҡ. Был ике халыҡ бер ҡоштоң пар ҡанаты кеүек.
Минең тыуған ерем – Башҡортостан. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, яҡташтарыма хужалыҡ мәсьәләләрендә, ғөмүмән, ҡулымдан килгәнсә ярҙамлашырға тырыштым. Башҡортостанда тыуып үѕеп, Татарстанда йәшәгән яҡташтарым үҙ-ара осрашып, төрлө сараларҙа ҡатнашып көн итә. Бында егерме йылға яҡын эшләп килеүсе Татарстан башҡорттары ҡоролтайына туған тел, милли сәнғәт, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға ярҙам итеү өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күп көс һалды.

– Тарихты өйрәнеү бөгөнгө милли проблемаларға йоғонто яһай аламы?
– Халҡымдың тарихи үткәне уның боронғо тамырҙарын ентекләберәк өйрәнеүгә килтерҙе. Тарих факттар менән үрелеп яҙылһа, оҙаҡ йәшәйәсәк. Һәр халыҡ үҙенең үткәнен ата-бабалары ҡалдырған мираѕҡа, документтарға таянып яҙа. Туған тел, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр балаға әсә һөтө менән бирелә – был күренеш тарихлы халыҡтарҙа күҙәтелә. Башҡорттар менән татарҙар – айырылғыһыҙ милләттәр. Миѕал өсөн шиғриәт антологияһын ғына алып ҡарағыҙ: башланғыс бер үк, уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыуҙың бер кәрәге юҡ.
Беҙҙең илебеҙ күп милләтле булыуы менән үҙенсәлекле. Ошо халыҡтар гөлләмәһен һаҡлар өсөн уйланылған милли сәйәсәт һәм Рәсәйҙең милли идеяһы булырға тейеш. Тыуған илгә ҡарата һөйөү, патриотизм тойғоларын тәрбиәләү өсөн, минеңсә, күп милләтле рәсәйҙәрҙең быуаттар дауамында әүәләнгән сәнғәтен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен яңынан тергеҙеп, тәрбиәләп, программаларға индереп, эҙмә-эҙлекле эш башларға кәрәк.

– Тағы ла китабығыҙға әйләнеп ҡайтып, шуны белге килә: эш оҙаҡ барҙымы, ниндәй ауырлыҡтар булды?
– Баштараҡ әйтеүемсә, ауылым тураһында китап әҙерләгәндә бик күп материалдар ҡулланылмай ҡалғайны. Улар миңә башҡорт халҡының ни тиклем күп яҡлы мәҙәниәтле, тәрән тамырлы, ҙур ырыуҙарҙы берләштергән халыҡ икәнлеген асты. Республика тарихсыларының эштәре урта быуаттарҙан алда уҡ тарихта ханлыҡтарға ойошҡан башҡорт ырыуҙарының ролен сағылдырған. Сығанаҡтарҙа иѕкә алынған Сардын ханлығы айырым өйрәнеүҙе талап итә. Бахши Иман яҙып ҡалдырған сводтарҙан, Ҡол Ғәлиҙең “Хон китабы” яҙмаһынан Болғар дәүләтенә ингән башҡорттарҙың Аҡ Болғар Иле булыуы, Бөйөк Болғар илендә бөрйәндәрҙең роле асыҡланды. Төрлө дәүерҙәрҙә төҙөлгән карталарҙы өйрәнеп, Ҡол Ғәли яҙыуҙарын барлап, Бөйөк Башҡортостандың картаһын төҙөнөм. Был китап – ете-һигеҙ йыллыҡ хеҙмәтем емеше.

– Уҡыусылар уны нисек ҡабул итте?
– Ул электрон хәлдә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә былтыр апрелдә донъя күрҙе һәм кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Ватандаш” журналы уның бер өлөшөн баѕтырыуға әҙерләне. Былтыр майҙа Татарстан башҡорттары, боронғо Болғар ҡалаһына сәйәхәт ойоштороп, китапты туйланы. Ошо сарала ҡатнашҡан кешеләрҙең барыһы ла уны баѕтырыуҙы хупланы. Сентябрҙә Туймазыла 350 дана нәшер ителгәйне. Ул Көйөргәҙе районының башҡорттары ҡоролтайында шунда уҡ таралып бөттө.
– Йәдкәр ағай, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Әлфиә МИҢҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.


Вернуться назад