“Башҡорт” һүҙе юғалды21.02.2014
Гәзит-журналда, радио һәм телевидениела башҡорт телен үҫтереү мөһимлеге хаҡында күп яҙыла, тапшырыуҙар донъя күрә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер урындарҙа был бурыстарға күҙ йомалар, хатта киреһен дә эшләп ҡуялар.

Әйтәйек, Учалы ҡалаһында 1996 йылда башҡорт мәктәбе асылғайны. Тора-бара ул лицейға әйләнде. Ә инде былтыр милли белем усағын 1-се мәктәпкә ҡуштылар ҙа уҡыу йортон “1-се лицей” тип атанылар. “Башҡорт” һүҙе төшөп ҡалды. Быны республиканың Мәғариф министрлығында нисек аңлатырҙар? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ни тиер?
С. ШАКИРОВА.

Учалы ҡалаһы.


Вернуться назад