Күптән түгел Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында "Башҡортостандың юлдаш телекоммуникациялары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Юлдаш" радиоһы башҡорт телендәге тапшырыуҙарын башланы.
Башҡорт радиоһы әлеге Ҡоншаҡ районы биләмәһендә 1927 йылда тәүге тапҡыр эфирға сыҡҡан. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин әйтеүенсә, тапшырыуҙар төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡты республикабыҙ үҫешендәге ваҡиғалар менән таныштырасаҡ, мәҙәниәтте, телде, музыка сәнғәтен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
М. ХӘБИРОВ. Силәбе өлкәһе.