«Бишле»гә беләбеҙме?21.02.2014
«Бишле»гә беләбеҙме?
Шаулы, күңелле мәктәп йылдары... Йөрәк түрендә һаҡланған был иҫтәлекле, матур йылдарҙы кем генә һағынып иҫкә алмай икән! Ошо йәһәттән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған "Көндәлек" тапшырыуын күптәрҙең яратып ҡарауына һис ғәжәпләнергә ярамай.

Күптән түгел Рәшиҙә Мәһәҙиева етәкселегендәге ижади төркөм беҙҙең ҡалаға ла килде. Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашлығында төшөрөлгән тапшырыу Мәҙәниәт йылына арналды.
Дәрестең тәүге өлөшөндә "уҡыусылар" тырыша-тырыша анкета тултырҙы. Республикабыҙҙың сәнғәт һәм мәҙәниәт тарихына ҡағылышлы көтөлмәгән һорауҙарға яуап биреүе еңелдән булмаһа ла, артистарыбыҙ бирешмәне, ҡуйылған бурысты уңышлы атҡарып сыҡты. Күптәр, әйтәйек, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ниндәй тарихи бинала урынлашҡанын, "дөңгөр"ҙөң нимә аңлатҡанын, Бәләбәй ҡалаһының халҡыбыҙға ниндәй билдәле артисты бүләк иткәнен тәүге тапҡыр "Көндәлек" аша ишетеүен йәшермәне. Тапшырыуҙың икенсе өлөшөндә ижади коллектив берәй уйын күрһәтергә тейеш ине. Һөҙөмтәлә өҫтәл теннисы буйынса ярыш ойошторолоп, унда филармония директоры Рәйес Исмәғилев менән йәш йырсы Иршат Ҡансурин маһирлығын күрһәтте. Уйында, әлбиттә, дуҫлыҡ еңде.
Артабан йомғаҡ яһалып, иң күп мәрәй йыйған филармонияның художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллин еңеүсе тип табылды. Ул "Көндәлек"тең һәм урындағы хакимиәттең махсус призына лайыҡ булды.
Ғөмүмән, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған осрашыу беҙҙең сәнғәт усағының "көндәлеге"нә сағыу бит булып яҙылды.
Зилә АҘНАБАЕВА,
Нефтекама дәүләт филармонияһының
әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе.


Вернуться назад