Ауылымдың гәүһәр ташы21.02.2014
Ауылымдың гәүһәр ташы
"Ауылға йәш уҡытыусылар килгән!" Заманында ошо хәбәр төпкөлдә ятҡан Ҡауарҙыға яңы һулыш өҫтәп ебәргәйне. Көс-дәрте ташып торған йәш белгестәр араһында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған Рәмилә лә бар ине.

Һайлаған һөнәр кейем кеүек: йә ул тап-таман булып килешеп тора, күҙҙе иркәләй, шул уҡ ваҡытта саҡ ҡына ҙурыраҡ, йә иһә тарыраҡ тегелгәндәй, уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, маҡсаттарға кәртә ҡуя. Балаларға башҡорт һәм урыҫ телдәрен, әҙәбиәтен өйрәткән Рәмилә Рафаил ҡыҙын иһә уҡытыусы эшенән айырып ҡарау мөмкин түгел. Ул хеҙмәт юлының тәүге көндәренән үк тырышлығы, ныҡышмалылығы, һөнәрен яратыуы менән мәктәп коллективының, ауыл халҡының ихтирамын яуланы, Ҡауарҙының иң абруйлы кешеләренең береһенә әйләнде. Уҡыусылар араһында филология йүнәлешен һайлағандарҙың күп булыуы — был һүҙҙәргә ныҡлы дәлил.
Рәмилә Рафаил ҡыҙы йәш быуынға күркәм тәрбиә биреү, уларҙың һәләтен асыуға ла ҙур иғтибар бүлде, дуҫтарса мөнәсәбәттә булды. Шуғалыр ҙа уҡыусылары уны онотмай, һәр саҡ хәлен белешә, кәңәш һорап килә.
Булдыҡлы, ойоштороу оҫталығына эйә булған Рәмилә Рафаил ҡыҙы 2002 йылда мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ифрат ҙур яуаплылыҡ, даими камиллашыу талап иткән был эште һәр кем башҡара алмай. Өҫтәүенә тап шул осорҙа мәғариф тармағы үҙгәртеп ҡорола, уҡытыуға яңы алымдар, технологиялар индерелә башланы. Балаларға ғына түгел, педагогтар араһында ла аңлатыу эше алып барыу мөһим ине. Мәктәп коллективының ошондай ауыр осорҙа ҡаушап ҡалмай, яңы көс менән алға ынтылыуында Рәмилә Рафаил ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эше, ғаиләһе өсөн янып йәшәгән ҡатынды яҙмыш һынауҙары ла урап уҙманы: 37 йәшен генә тултырған һөйөклө ирен – Рауил Миңлебай улын — мәңгелеккә юғалтты, береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән ҡалды ул. Әммә һынманы, бөгөлмәне уңған ҡатын: ҡайны-ҡәйнәһенең, туғандарының ярҙамында, уларға таянып, артабан йәшәргә көс алды, Ҡауарҙыға ғүмерлеккә тоғро ҡалды.
Ауырлыҡтарға бирешмәй, балаларым башҡаларҙан кәм-хур булып үҫмәһен тип, әйтеп аңлатҡыһыҙ ныҡышлыҡ һәм сәм менән донъя көттө. Тырышлығы бушҡа булманы: өс балаһына ла матур тәрбиә биреп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итте. Өлкән ҡыҙҙары Рәсимә менән Лена, БДУ һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлап, әле әсәләре юлын дауам итә. Кинйә улы Ратмир иһә, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, яңыраҡ әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтырға ла өлгөрҙө. Әйткәндәй, Рәмилә Рафаил ҡыҙы — күптән инде бәхетле өләсәй. Ғәзиз балаларының барыһының да үҙ ғаиләһе бар.
"Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә лә ҡаҙан ҡайнатыр" тигән әйтем тап Рәмилә Рафаил ҡыҙы хаҡында кеүек. Уның иҫ киткес егәрлелегенә, сабырлығына, шул уҡ ваҡытта итәғәтлелегенә, баҫалҡылығына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ысын уҡытыусы тап шундай булырға тейештер ҙә. Мәктәп эше нисек кенә ваҡытты күп алмаһын, тынғыһыҙ уҡытыусы йортонда ла бар нәмәгә өлгөрә: ҡура тултырып мал-тыуар аҫрай, баҡсаһында йылдың-йылы мул уңыш үҫтереп ала. Мәрхүм ире Рауил менән төҙөй башлаған өйҙө сынъяһау итеп эшләтеп ҡуйыуы күптәрҙе таң ҡалдырҙы.
Ҡыҫҡаһы, ҡауарҙылар уңды Яугилде ауылында тыуып үҫкән һоҡланғыс уҡытыусынан. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән Рәмилә Рафаил ҡыҙы Ғәлинаның артабан да мәктәптең биҙәге, ауылыбыҙҙың гәүһәр ташы булып ҡалыуын теләйбеҙ.


Вернуться назад