Тыныс йоҡо!21.02.2014
Йоҡо кешенең сәләмәтлеге өсөн бик кәрәк. Әммә, ғәҙәттә, халыҡ уның оҙайлы булыуын хәстәрләй, ә сифаты хаҡында уйлап та ҡарамай. Яҡшы йоҡоноң да ҡағиҙәләре бар. Тәрән, тыныс йоҡо — күтәренке кәйеф, сәләмәтлек нигеҙе. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, йоҡоһо туймауҙан яфаланған ҡатын-ҡыҙ тиҙерәк һимерә икән.

Сәләмәт йоҡоноң төп ҡағиҙәләрен ҡарап үтәйек. Бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға ғәҙәтләнегеҙ. Мөмкин булһа, сәғәт ундан да ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Организмығыҙҙы йоҡоға күнектерегеҙ. Мәҫәлән, кис китап уҡыу, кефир эсеү, йылы душ инеү бик файҙалы. Бер аҙнанан тәнегеҙ яҙылып, ваҡытында ял итеүҙе "һорар".
Йоҡо оҙайлығы һәр кем өсөн төрлөсә. Берәүҙәр биш сәғәт йоҡлаһа ла етә. Бәғзеләргә ун сәғәт йоҡлау ғына ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә. Ҡайһы саҡта бик оҙаҡ йоҡлағандай тойола, әммә кәйеф күтәренкелеге һиҙелмәй. Киреһенсә, бөтә тән тарҡалып килгәндәй, баш тубалдай, хәл төшөнкө. Был күренеш һәммәбеҙгә яҡшы таныш. Неврологтарҙың аңлатыуынса, был ваҡытта бөтә эске ағзалар ял итеп өлгөрә, улар эшмәкәрлектәрен дауам итергә әҙер, баҡһаң, беҙ үҙебеҙ, йоҡоға баш була алмайынса, ошо процесҡа ҡамасаулайбыҙ икән. Уртаса өлкән кешегә 7–9 сәғәт йоҡо ла бик таман, әммә һәр кемдең ихтыяжы төрлөсә.
Кискеһен мул табында оҙаҡ ултырыу һеҙҙең файҙаға түгел. Шул иҫәптән ҡаты сәй, кофе, әфлисун һуты йоҡоға талыуға ҡамасаулаясаҡ ҡына. Майлы аш-һыу аҙыҡ эшкәртеү системаһын эшләргә мәжбүр итәсәк, тимәк, баш мейеһенә лә ял итергә форсат булмаясаҡ.
Әммә ас көйөнә әүен баҙарына китеү дөрөҫ түгел. Был саҡта йәшелсә салаты, еләк-емеш, кефир менән туҡланырға ярай.
Ятҡан түшәгегеҙҙең артыҡ йомшаҡлығы йә ҡатылығы ла уңайһыҙлыҡ тыуҙырыр. Ә мендәрҙе дөрөҫ һайлай белмәүегеҙ һөҙөмтәһендә баш мейеһенең ҡан әйләнеше боҙолоуы, башығыҙҙың ауыртыуы, арыу-талсығыу тойоуығыҙ ихтимал. Йоҡо бүлмәһен елләтеүегеҙ яҡшы. Уянғандан һуң яңынан йоҡларға тырышыуығыҙҙан бер файҙа ла юҡ, сөнки күҙҙәрегеҙҙе асыу менән баш мейеһе әүҙем эш башлаясаҡ, уны йоҡлатырға тырышып, үҙегеҙгә зыян ғына килтерәсәкһегеҙ, тип иҫәпләй белгестәр.


Вернуться назад