Бәләкәй ауылда барыһы ла күҙ алдында: береһен алдап, икенсеһен маҡтап булмай. Кемдең нисек эшләгәне көҙгөләгеләй асыҡ. Шуға күрә Күсем ауылында ун биш йылдан ашыу фельдшер булып эшләгән Динә Мурзинаны ауылдаштары яҡшы яҡтан ғына телгә ала.
Район үҙәгенән алыҫ йәшәгән халыҡ өсөн ауылда тәжрибәле фельдшерҙың булыуы ҙур ҡыуаныс. Күсемдәрҙең олоһо ла, кесеһе лә үтенесе менән Динә Мәүлит ҡыҙына мөрәжәғәт итә. Егәрле фельдшер ауырыуҙы ҡарап, диагноз ҡуйғандан һуң, тейешле укол-дарыуҙарын тәғәйенләй, файҙалы кәңәштәрен бирә. Әгәр берәйһенең хәле ауырайһа, “Ашығыс ярҙам” саҡырып, йә иһә үҙе машина табып, дауаханаға илтә һала.
Магнитогорск яҡын булғанлыҡтан, йәштәр ауылда төпләнеү яғын ҡарай. Ҡалаға йөрөп эшләһәләр ҙә, йәшәгән урындары — тыуған ерендә. Күсемдә сабыйҙар һаны ла йылдан-йыл арта, әммә улар өсөн балалар баҡсаһының әлегә тиклем булмауы ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Һәр көн иртән ата-әсә бәләкәстәрен күрше ауылдағы баҡсаға йөрөтөргә мәжбүр. Шунлыҡтан кескәйҙәр йыш ҡына сирләп, ауыл фельдшеры өсөн өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙыра. Медицина пунктына оҙайлы ваҡытҡа “йоҙаҡ элеү” мөмкин дә түгел: кемгәлер энә ҡаҙарға, кемгәлер ҡан баҫымын үлсәтергә кәрәк. Бәләкәй генә бүлмәлә урынлашыуына ҡарамаҫтан, бында ҡыш бигерәк тә һыуыҡ. Ауылға газ үткәрелһә лә, ни өсөндөр медпунктты әлегә тиклем “зәңгәр ут”ҡа тоташтырыу ҡаралмаған. Компьютер ҙа юҡ. Бынан тыш, Динә Мәүлит ҡыҙына бинаны тәртиптә тоторға, һыу килтерергә, ҡышын урамды ҡарҙан таҙартырға, йәй иһә ихата алдын йыйыштырып, сәскәләр ултыртырға тура килә. Әммә ул зарланмай, йылы һүҙе, шифалы ҡулдары менән оҙаҡ йылдар ауылдаштарын дауалауына һөйөнә генә.
Башҡалар кеүек бынамын итеп донъя көтә, тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ үҫтерҙе, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй ҙә ул. Ауылдаштарының “фельдшерҙан уңдыҡ” тип ауыҙ тултырып һөйләүе — уның өсөн иң юғары баһа.