КИҘЕҮҘӘН ҠУРҠЫР МӘЛ ЕТТЕ21.02.2014
КИҘЕҮҘӘН ҠУРҠЫР МӘЛ ЕТТЕ
Февраль-март айҙары еттеме, поликлиника-дауаханаларҙа кеше күбәйә. Сәбәбе ябай – киҙеү осоро башлана. Эх, эш тип сабабыҙ ҙа сабабыҙ, һаулығыбыҙға иғтибар итергә ваҡыт тапмайбыҙ. Организмда витаминдар аҙайыу сәбәпле, иммунитет та ҡаҡшай башлай ошо мәлдә. Шулай ҙа һыуыҡ тейеүҙе, киҙеүҙе алдан иҫкәртеп булмаймы икән? Ошо хаҡта уйланып, туп-тура ҡалабыҙҙың 4-се балалар поликлиникаһына йүнәлдем. Осраҡлы түгел, сабыйҙарыбыҙҙың һаулығы ныҡ борсой.

– Быйылғы ҡыш әлегә тыныс. Сирләүселәр аҙ, тимәк, ваҡытында вакцинация яһатыу отошло. Шуға эшебеҙ ҡәҙимгесә бара, – тип ҡаршы алды участка шәфҡәт туташы Лилиә Мостафина.
Күренеп тора, мәшәҡәттәре етерлек: бер сабыйҙы үлсәй, икенсеһен әйләндереп-тулғандырып ҡарай. Шулай ҙа эш араһында булһа ла, һорауҙарыма яуап бирергә тырышты.
Киҙеү ваҡытында нисә пациентты ҡабул итеүҙәре хаҡында һорашам.
– Ҡәҙимге көндә 30-40 бала ҡулдан үтә, эпидемия ваҡытында 60-70-ләп булып китә. Өҫтәүенә сабыйҙарҙы өйҙәренә барып та ҡарайым, сөнки яңы ғына тыуған баланы киҙеү ваҡытында түгел, хәүефһеҙ көндәрҙә лә тышҡа алып сығырға ярамай, – тип һөйләй Лилиә Фәнис ҡыҙы.
Әңгәмәсем бына 15 йыл инде ошо һөнәргә тоғро. Әсәһенең теләгенә ҡаршы килмәй, Стәрлетамаҡ медицина училищеһын (хәҙерге көндә колледж) тамамлағандан алып, хәҙер иртә таңдан кискә тиклем балаларҙың һаулығын хәстәрләй, эшен яратып башҡара.
– Сирләмәҫ өсөн кейенеп йөрөгөҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, — тип кәңәш бирҙе ул миңә. – Шәхси гигиена ҡағиҙәләренә иғтибар итеү зарур. Сөскөргәндә, йүткергәндә ауыҙ-танауҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка менән ҡапларға кәрәк. Ҡулды йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ. Шулай уҡ йорт-фатирҙы елләтеп торорға, өҫтәлгә һуған-һарымһаҡ турап ҡуйырға кәңәш итәм.
Өйҙә йәш сабый булғанда, бигерәк тә һаҡ булыу мотлаҡ, сөнки уның организмы тиҙ бирешеүсән. Ауырыуҙың мөмкин тиклем унан ситтәрәк булыуы хәйерле. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәшәҡәттәргә ҡарамай, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы киҙеүҙән һаҡлағыҙ. Сәләмәтлектән дә ҙур байлыҡ юҡ!
Шәфҡәт туташының был кәңәше бигерәк тә ваҡытлы.


Вернуться назад