Сит ил паспорты бөтәһенә лә бирелмәй21.02.2014
Ниндәй осраҡтарҙа сит ил паспортын биреүҙән баш тартыуҙары ихтимал?
Альбина.
Октябрьский ҡалаһы.


1996 йылдың 15 авгусында ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһынан сығыу һәм Рәсәй Федерацияһына инеү тәртибе тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, гражданды Рәсәйҙән сығарыуҙы ваҡытлыса сикләргә мөмкиндәр. Был хәл дәүләт сере тип һаналған мәғлүмәттәргә ҡағылһа, граждан ваҡытлыса хеҙмәткә саҡырылһа, енәйәт ҡылыуҙа шикләнеп ҡулға алынһа йәки енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеү тураһында суд ҡарары сығарылһа, суд тарафынан һалынған йөкләмәләр үтәлмәһә, Рәсәйҙән сығыу өсөн документтар туплағанда үҙе тураһында ялған мәғлүмәттәр биргәндә булырға мөмкин. Әммә документты рәсмиләштергән органға был мәсьәләне асыҡлау өсөн ни бары бер ай ваҡыт бирелә.

Урындағы үҙидара органы хәл итә

Өйөбөҙ урынлашҡан урам буйлап еңел машиналар елдерә, маршрут автобустары даими йөрөй. Мәктәптә уҡыған балам өсөн хәүефләнәм. Транспорт тиҙлеген кәметеү өсөн файҙаланылған ысулды – «юлға һалынған полицейский»ҙы нисек ҡуйҙырталар икән?
Зилә Илдар ҡыҙы.
Өфө районы.

Тиҙлекте кәметеүсе яһалма ҡаршылыҡ – «юлға һалынған полицейский»ҙы монтажлау «Юл хәрәкәтен ойоштороуҙың техник саралары. Яһалма тигеҙһеҙлектәр. Ҡулланыу ҡағиҙәләре» ГОСТ Р 52605-2006 талаптарына ярашлы атҡарыла. Улар транспорт йөрөй торған юлда сәғәтенә 40 километр тиҙлекте тәьмин итеү өсөн эшләнә. Бынан тыш, үрҙә күрһәтелгән тиҙлекте тағы ла кәметеү өсөн яһалма тигеҙһеҙлектең балалар һәм үҫмерҙәр учреждениелары, кескәйҙәр майҙансыҡтары, күпләп ял итеү урындары, стадиондар, вокзалдар, магазиндар алдына, урамдарға, парк эргәһенә һәм тыҡрыҡтарға һалыныуы мөмкин. Был мәсьәләне урындағы үҙидара органы хәл итә. Шуға һеҙгә унда мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бурыс ҡағыҙын яҙырға яраймы?

Әхирәтем ҙур сумма аҡсаны үтескә һорай. Бер-беребеҙҙе оҙаҡ ҡына белһәк тә, бурысҡа биреүемде рәсмиләштерергә ине. Быны нисек дөрөҫ эшләргә? Ябай бурыс ҡағыҙын яҙырға яраймы икән?
Лилиә.
Салауат районы.

Эйе, бындай документ бар. Уны бурыс ҡағыҙы йәки заем договоры тип тә йөрөтәләр. Унда үҙегеҙҙең, әхирәтегеҙҙең исем-шәрифен, икегеҙҙең дә паспорт мәғлүмәттәрен, йәшәгән һәм теркәлгән урындарығыҙҙың адресын, телефонығыҙҙы яҙығыҙ. Аҡса биреү-алыу ваҡытын, урынын, бурыс күләмен һәм күпме ваҡытҡа алынғанлығын күрһәтергә онотмағыҙ. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 807-се статьяһына ярашлы, һеҙ аҡсаны танышығыҙға биргән ваҡыттан алып договор көсөнә ингән тип һанала.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.


Вернуться назад