Ҡорамалдар ғына ғүмерҙе ҡотҡармай21.02.2014
Башҡортостанда бишенсе йыл рәттән халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә, үлем буйынса күрһәткес тотороҡло ҡала, бәпестәрҙең вафат булыуы ла 3,8 процентҡа кәмегән, тип билдәләнде Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән кәңәшмәһендә. Унда республика башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

– Былтырғы йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, республикалағы һәр өсөнсө кеше тиерлек ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан яфалана. Туберкулез сире лә 17 процентҡа артҡан. Етмәһә, врачтар менән тәьмин ителеш ауыл ерендә бигерәк тә киҫкен. Хәҙер был көсөргәнешлелек ҡалаларҙа ла күҙәтелә башланы, – тине Рөстәм Зәки улы сығышында.
Ул шулай уҡ юллама буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарында белем алған врачтарҙың ни бары 15 процентының ғына республикаға әйләнеп ҡайтыуы хаҡында әйтте.
Үткән быуаттың 60-сы йылдарында, XXI быуат башы менән сағыштырғанда, үлем күрһәткесе ике-өс тапҡырға кәмерәк булған. Ә хәҙер йылына 50-60 мең кешене юғалтабыҙ. Шул уҡ ваҡытта медицина ҡорамалдары көндән-көн камиллаша, яңылары уйлап табыла. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар диспансерлаштырыуҙың кәрәклеген билдәләне. Былтыр 650 меңгә яҡын кеше был процедураны үткән.
Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында тулыраҡ киләһе һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ.


Вернуться назад