Һин дә ҡатнаша алаһың21.02.2014
Республика Хөкүмәте тарафынан “Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” дәүләт программаһы раҫланды.

Документта билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн бүленгән аҡса күләме 37 152,74 миллион һум тәшкил итә. Тәбиғәтте һаҡлау сараларын тормошҡа ашырыу менән атмосфера һауаһын бысратыу кимәленең түбәнәйеүе, төп файҙалы ҡаҙылмалар тупламының үҫеүе, йылға үҙәндәренең таҙарыуы, тирә-яҡ мөхитте, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы, һунар ресурстарын һаҡлауға йүнәлтелгән инвестиция күләменең артыуы көтөлә. Тәбиғәтте һаҡлау сараларына халыҡты йәлеп итеү, күп йүнәлешле үҙәктәр аша күрһәтелгән хеҙмәт төрҙәрен арттырыу ҡарала.
Документтың тулы тексы Башҡортостандағы хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында урынлаштырылған.


Вернуться назад