Денис Сәмсетдинов Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында тарих, йәмғиәт белеме, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен уҡыта. Белем усағында эшләгән берҙән-бер ир-ат ул.
Йәшлек дәрте ташып торған уҡытыусының дәрестәрен балалар көтөп ала. Күптән түгел Денис Рәмил улы, бер төркөм уҡыусылар менән Мәскәүҙә Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Улар мәртәбәле бәйгелә бер алтын, ике көмөш, өс бронза миҙал яуланы.
Өлкән класс егеттәрен хәрби тормошҡа әҙерләү йәһәтенән дә Денис ҙур эш алып бара. Ошо көндәрҙә ҡала мәктәптәре араһында үткән слетта уның уҡыусылары өсөнсө урынды алды.
Гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәнова:
– Денис Рәмил улы үҙ һөнәренә ғашиҡ, балаларҙы ярата. Тап шундай кешеләр генә уңышҡа өлгәшә, – ти.