М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында журналист, тәржемәсе, яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың «Имен-аман тороғоҙ!» тип аталған яңы китабының исем туйы булды.
Авторҙы ижтимағи-сәйәси журналистикаға, радио хәбәрсеһе эшенә, башҡорт теленең ҡулланылышына арналған ҡыҙыҡлы баҫмаһы сығыу уңайынан ҡотларға университеттың башҡорт филологияһы факультеты студенттары, уҡытыусылары, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, «Юлдаш» радиоһы, Башҡортостан телевидениеһы, баҫма киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Факультет деканы Луиза Сәмситова, доцент Зәки Әлибаев, шағирә Лариса Абдуллина, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов, прозаик Ринат Камал һәм башҡалар авторҙың яңы китабы күп яҡлап яңылыҡ булыуын билдәләне, студенттарға, һөнәргә башлап тотоноусыларға һәйбәт әсбап икәнен әйтте. Студенттар Рәсүл Сәғитовҡа журналистика, әҙәбиәт, сәйәсәт буйынса һорауҙар бирҙе, автограф алды, һөнәрҙәрен күрһәтте.