Тянь-Шандә елберҙәй Башҡортостан флагы12.01.2012
Тянь-Шандә елберҙәй Башҡортостан флагыЯңы йыл байрамдарының иң ҡыҙыу мәлендә Башҡортостан альпинистары Тянь-Шань тауҙарының Ҡаҙағстан ерендәге иң юғары түбәләренең береһенә республика флагын ҡаҙаны.
2011 йылдың 31 декабренән 2012 йылдың 9 ғинуарына тиклем Тянь-Шандә Башҡортостан Республикаһы Альпинизм федерацияһының уҡыу-күнекмә йыйындары үтте. Ун кешенән торған төркөм, шул иҫәптән өлкән тренер Әхмәҙулла Миңлебаев һәм хәүефһеҙлек өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән Владимир Медведев Төйәк-Һыу лагерына килә. Был лагерь Бәләкәй Алматы тарлауығында 2 250 метр бейеклектә урынлашҡан.
— Беҙ килеп еткәндә Яңы йылға дүрт сәғәт ҡалғайны, — ти сараның етәксеһе альпинист Андрей Иванюта. — Алда ҙур эш – күнекмәләр, тауға бер нисә артылыш тора. Яңы йылды иҫерткес эсемлектәрһеҙ ҡаршыланыҡ, әлбиттә. Егеттәрҙең яртыһы тиерлек төнгө сәғәт 1-ҙә йоҡларға ятты. Көндөҙ спортсыларҙы тәүге яраҡлашыу күнекмәһе көтә ине.
Альпинистар әйтеүенсә, кеше организмы бындай үҙгәрештәрҙе ауыр кисерә, айырыуса ҡапыл ғына 2 мең метрҙан ашыу күтәрелһәң.
3 ғинуарҙа спортсылар Тянь-Шань түбәләренең береһенә — 4 мең метр бейеклектәге Амангилдегә артыла. Бындай исем уға 1916 йылғы халыҡ ихтилалы етәксеһе һәм Ҡаҙағстанда Совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы иҫтәлегенә бирелгән.
— Артылыш ярайһы уҡ ҡатмарлы булды. Лагерҙан сыҡҡандан алып кире әйләнеп ҡайтҡанға тиклем 12 сәғәт самаһы ваҡыт сарыф иттек, — ти Андрей Иванюта. — Уға ҡаялы маршруттарҙы үтеү ҙә инде. Өҫтәүенә тау түбәһенә ярайһы уҡ оҙаҡ барҙыҡ. Бынан тыш, ҡаяға нығыраҡ тотоноу өсөн, һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, бирсәткәһеҙ эшләргә тура килде.
Ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһендә спортсылар тау түбәһенә Башҡортостан флагын ҡаҙай.
Бындай акцияларҙың һәм сараларҙың төп маҡсаты — йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеү, сөнки балалар һәм үҫмерҙәр альпинизмын үҫтереү Башҡортостандағы Альпинизм федерацияһы бурыстарының береһе булып тора, ти спортсылар.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад