Донъяң теүәл. Күңелең бөтөнмө?19.02.2014
Тарихсы-ғалим Азамат Аҡъюлов үҙенең бер мәҡәләһендә, боронғо тарихи сығанаҡтарҙа телгә алынған бик күп халыҡтың исеме генә һаҡланған, ә улар менән бер рәттән атап кителгән башҡорттар бөгөнгө көнгә тиклем үҙҙәрен һаҡлай алған, тип ғорурланып та, һоҡланып та яҙып сыҡҡайны. Һан яғынан иҫ китмәле ҙур юғалтыуҙарға дусар булған халҡыбыҙ нисек һаҡлай алған үҙен? Йәшәйештә, тәрбиәлә ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелгән?

Ошо хаҡта һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, халҡыбыҙ рухи байлыҡты матди байлыҡтан өҫтөн ҡуйған тигән бөтөнләй дөрөҫ булмаған фекер әйтелә башлай. Рухи байлыҡ ҡына халыҡты йәшәтә аламы ла һәр төрлө афәттәрҙән ҡурсалай аламы? Йә булмаһа, матди байлыҡ ҡына милләтте һаҡлай аламы? Ни өсөн матди байлыҡты икенсе урынға ҡуйһын халҡыбыҙ? Ул үҙенең иң ҙур байлығын — ер-һыуын һаҡлар өсөн күпме ҡан ҡойған! Ерҙең иң ҙур байлыҡ икәнлеген әлмисаҡтан белгән ул. Әммә бер ваҡытта ла рухи ҡиммәттәр хаҡында онотмаған. Тыуған ере, иле, теле хаҡында ниндәй бөйөк эпостар, аҫыл-аҫыл йырҙар ҡалдырған беҙгә олатай-өләсәйҙәр!
Иң мөһиме — милләтебеҙҙе ошо көндәргәсә һаҡлап алып килгән һәм ер йөҙөнән мәңгелеккә юғалып ҡалыу ихтималлығын да иҫкәрткән: артыҡ мал (байлыҡ) туплау менән мауығып китеүҙең рухи үҫешкә зыянлы икәнлеген аңғартып, йырҙар, әйтем-мәҡәлдәр, теләктәр ҡалдырған. "Аң күҙәнәктәреңде май бөрмәһен", "Тауыҡ һимерһә, йомортҡа һалмай", "Донъяң теүәл, күңелең бөтөн булһын" һәм башҡалар.
Ә бөгөн халҡыбыҙҙың ошо алдан күреүсәнлеге алдыбыҙға килеп баҫманымы? Май бөрмәйме аң күҙәнәктәребеҙҙе? Әҙәби әҫәрҙәр уҡыйбыҙмы (әҙәби әҫәрҙәрҙең тиражы 1,5-3 меңгә тиклем кәмене), матбуғат баҫмаларына дәррәү яҙылабыҙмы? Өҫтәлебеҙҙә туған телдә нәшер ителгән гәзит-журналдар ятамы? Балаларыбыҙ ошо матбуғат баҫмалары менән ҡыҙыҡһынамы? Зыялыларыбыҙҙың әсенеп-көйөнөп яҙып сыҡҡан фекерҙәре халыҡҡа барып етәме? Гәзит-журналдарыбыҙҙың тиражы күпме? Башҡорт телендә нәшер ителгән ваҡытлы матбуғаттың дөйөм тиражы 100 мең данаға ла етмәй бит, ҡәҙерле туғандар, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн борсолоп, ҡул болғап матур һүҙ һөйләүсе дуҫтар! Ике миллионға яҡын халҡыбыҙ өсөн тамсы ғына бит ун өс исемдә нәшер ителгән гәзит-журналдарыбыҙҙың дөйөм тиражы! Кемдәр уҡый ваҡытлы матбуғатты?
Халҡым холҡонда булмаған әҙәпһеҙлекме, тура һүҙлелекме — ошо араларҙа ғына булған бер ваҡиға мине тәрән уйландырҙы, рәхмәт әйтәһе урынға: "Һин дә өйөңдә “Башҡортостан”ды алдырмағас инде!" — тип, әсенеү кимәленә еткерҙе.
Мине Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы Указ сыҡҡас та, "Башҡортостан" гәзите тиҙерәк һөйөнсөләү-ҡотлау маҡсатында аҙнаның йома көнөндә үк был хәбәрҙе баҫып сығарҙы... Ошонан һуң телефондан шылтыратып ҡотлай башланылар. Ихлас рәхмәтлемен гәзитебеҙгә лә, ҡотлаусыларға ла. Әммә тап ошо шатлыҡлы ваҡиға борсоулы уйҙарға һалды ла инде.
Бер нисә шылтыратыу йомала уҡ булды. Икеләтә ҡыуандырҙы. "Почта килгәс тә гәзитте асып ебәрһәм, беренсе биттә үк һине күреп ҡалдым..." Шәмбе-йәкшәмбе ҡотлауҙарынан да ҡыуаныс кисерҙем. Дүшәмбеләге шылтыратыуҙар инде борсоулы уйҙарға һала башланы. "Эшкә килгәс тә "Башҡортостан"ды асып ебәрһәм, беренсе биттә үк һин тораһың..." Тимәк, өйөнә алдырмай.
Артабанғы ҡотлауҙар. "Һиңә Салауат Юлаев ордены биргәндәр икән. Радионан ишеттем, телевизорҙан күрҙем. Фәлән-фәләндән ишеттем — ҡотлайым. "Башҡортостан" гәзитендә баҫҡандар икән. Үҙем хәҙер яҙылмайым..."
Минең аптыраулы ҡараштан йәки ризаһыҙлыҡ белдергән тауыштан ни тураһында һорау булырын һиҙеп ҡала ла ҡотлаусым яҙылмауының сәбәбен аңлата башлай: йә берәй журналисҡа үпкәләгән — йомош менән барған икән, иғтибарһыҙ тыңлаған, йәки онотҡан да ҡуйған — әйтерһең, алдағы айҙан башлап алдырып булмай, йә һуңлаған (ысын булһа, тот та яҙыл), йәки почта йәшниге боҙоҡ, ала ла китәләр икән — хәҙер һәр почта бүлексәһендә йоҙаҡлы-асҡыслы ҡумта бар (мин шулай алдырам), йәки уҡырға ваҡыты юҡ, шуға аҡса әрәм итеп тормай... Һәр хәлдә һыныҡҡа һылтау табыла.
Ҡайҙа заманында 100 мең данаға еткән илһөйәр, телһөйәр, тышҡы күңел менән түгел, бөтә йөрәктән "халҡым" тип борсолған уҡыусыларыбыҙ? Ҡайҙа беҙҙең берәй проблема күтәреп сыҡһаң, йөҙәрләп хат яҙған уҡыусыларыбыҙ?! "Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, һай, башҡорт егеттәре!" — тип оран һалғы килде. Хатта яҙыусы, ғалим исемен күтәреп йөрөгәндәр ҙә, был юғары исемгә дәғүә итеүселәр ҙә, үҙҙәре даими рәүештә ваҡытлы матбуғатта сығыш яһаусылар ҙа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла яҙылмай бит! Беҙ эштә лә уҡыйбыҙ, тиҙәрҙер. Ә бит ғаиләң, үҫеп килгән балаларың мәхрүм ителә башҡорт матбуғатынан. Өйөңдә, өҫтәлеңдә уҡылмаһа ла ятырға тейеш башҡорт матбуғаты! ("Уйналмаһа ла, һәр башҡорт өйөндә ҡурай эленеп торһон!" — тип, Өфөгә килгән һайын тәбиғи ҡурайҙар тарата торғайны илһөйәр шағирыбыҙ Ғәли Ильясов!) Гәзит-журналдарҙа мәҡәләһе баҫылып сыҡҡас, авторына: "Мәҡәлеңде уҡыным..." — тип фекер әйтә башлаһаң, ҡайһы берҙәренән: "Сыҡҡанмы ни? Ҡасан сыҡты? Редакцияға барып алайым әле..." тигәнде лә ишетергә тура килгеләй.
Мәҡәләмде юҡҡа ғына Азамат Аҡъюловтың фекере менән башламаным. Халҡыбыҙ быуаттар оҙайында үҙен милләт булараҡ һаҡлап килгән икән, был йәһәттән аңлы олатай-өләсәйҙәребеҙ аҡылына байҡау яһарға тейешбеҙ. Уларҙың аңын май бөрмәгән, балалары яҙмышына битараф булмаған, халҡыбыҙҙың ер йөҙөнән юғалыуына, башҡаларҙан йотолоуына юл ҡуймаҫ өсөн рухи байлыҡ сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған, телдән-телгә тапшыра килгән. Үҙ яҙмабыҙҙы, үҙ матбуғат баҫмалары булдырыуҙы, балаларыбыҙҙы туған телдән мәхрүм итмәүҙе хәстәрләгән заман зыялылары. Булмағанды булдырырға тырышҡан. Халыҡ яҙмышы хаҡында борсоулы уйҙар, хәл итеүҙәр иң элек күмәк фекер алышыуҙан башланған. Хат еткән ергә хат ебәрелгән, ат еткән ергә, атҡа атланып, сәсән сапҡан. Ә беҙ булғанды юҡ итеүгә битарафлыҡ менән йөҙ борҙоҡмо?
Һауанан алып яҙылмай был һүҙҙәр. Минең күҙәтеүемсә, байтаҡ ҡына башҡорт мәктәбендә директорҙар ҙа, башҡорт ауылдары биләмәләрендә ауыл хакимиәте башлыҡтары ла был мәсьәләгә битараф. Үҙҙәренә ҡағылған берәй тәнҡит мәҡәләһе баҫылып сыҡһа, йүгереп йөрөп гәзит эҙләйҙәр. Район тураһында йәки берәй ойошма хаҡында мәҡәлә яҙылһа, хатта башҡорт милләтле етәкселәр ҙә район гәзите хәбәрселәренән тәржемә иттереп ала. Был бит телебеҙгә, тимәк, милләтебеҙ яҙмышына битарафлыҡтан килеп сыға. Ә бының ни менән тамамланғанын яҡшы беләбеҙ бит! Мәҙәниәтенә, теленә битараф халыҡтар бар булмыштары менән башҡаларҙан йотола бара. Айырым милләт вәкиле булып йәшәһәләр ҙә, үҙ телдәрендә уҡырлыҡ, мәҙәниәтен-сәнғәтен күтәрерлек кимәлдә түгелдәр, башҡаларға хеҙмәт итәләр, А. Аҡъюлов мәҡәләһендә килтерелгән миҫалдағы кеүек, тарихи сығанаҡтарҙа, тарихи карталарҙа ғына тороп ҡалалар.
Донъябыҙҙың теүәллегенә кинәнеп, алдағыһын күрмәй йәшәүҙе дауам итһәк, күңелдәребеҙ кителеп төшмәҫме? Донъябыҙ теүәл. Күңелебеҙ бөтөнлөгөн һаҡлай алырбыҙмы?


Вернуться назад