Бүләккә “Башҡортостан”ды һайланым19.02.2014
Йөкмәткене байытыуға уҡыусыларыбыҙ ҙа ҙур өлөш индерә. Теләктәре, тәҡдимдәре менән ихлас бүлешкән барлыҡ дуҫтарыбыҙға рәхмәтлебеҙ һәм уларҙың үтенестәренә ҡолаҡ һалырға, әйткәндәрен иғтибарға алырға тырышабыҙ. Бишбүләк районынан килгән хаттың да йөкмәткеһе ифрат матур. Уны “Башҡортостан”дың тоғро дуҫы, хаҡлы ялдағы элекке уҡытыусынан алдыҡ.

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланғас, ауылдаштарҙан матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙары менән ҡыҙыҡһындым. Күптәр: “Әлдә әйттең әле, гәзиткә яҙылыуҙы онотоп та торам”, — тиһә, икенселәре: “Әле генә аҡса юҡ, тырышып ҡарарбыҙ”, — тине.
— Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан”ды алдырмайбыҙ, хәҙер йөкмәткеһе нисегерәк икән? — тип һорашҡан Флүзә Әхмәтова өс-дүрт көндән баҫмаға яҙылған квитанцияһын килтереп тә күрһәтте.
— Апай, ҡаҙҙарымды һуйҙым, йыл да Бәләбәйҙән бер һатып алыусы килә, уға тапшырҙым. Шуға ла гәзиткә яҙылырға ла, башҡа кәрәк-яраҡ өсөн дә яй сыҡты, — тип шатлығы менән уртаҡлашты.
Ауылдаштарым күп итеп мал-тыуар аҫрай, баҡса тултырып еләк-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт үрсетә, балаларын да уҡытырға тырыша, рухи аҙыҡты ла хәстәрләй, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Уларҙың бер нисәһен айырым телгә алам. Мәҫәлән, Гөлсимә Солтанова (хаҡлы ялда), Земфира Муллаярова (социаль хеҙмәткәр), Дилә Шәймәрҙәнова (мәсетте йәшелләндереүсе), Фәнзилә Иҫәнғужина (Булат Имашев музейы хеҙмәткәре) һәм Зөлхиҙә Ҡаратаева “Башҡортостан”ға беренселәрҙән булып яҙылды.
Ауылдаштарҙың ҡайһы берҙәре башҡа баҫмаларҙы һайлауын белдерҙе. Әлбиттә, бер ҡаршылыҡ та юҡ, кемдең күңеленә ниндәйе хуш килә бит. Тик шуны иҫтә тотһаҡ ине: “Башҡортостан” — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ул беҙҙе йәшәргә өйрәтә, башҡаларҙан өлгө алырға өндәй. Баҫмалағы мәҡәләләрҙе күҙ йүгертеп кенә уҡып булмай, күптәре уйландыра, сағыштырырға мәжбүр итә. Мәҫәлән, “Нисек йәшәйһең, ауыл?”, “Фермерҙарға дәүләт ярҙамы” һәм башҡа темаларҙы ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ. Бөгөн баҙар иҡтисады шарттарында йәшәгәндә “Башҡортостан”ды һәр ғаилә кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы тип ҡабул итһен ине.
Беҙҙең иһә гәзиттән айырылғаныбыҙ юҡ, мәҫәлән, мин уны үҙемде белә башлағандан алып уҡыйым. Мәктәптә эшләгән саҡта ла ҙур ярҙамсым булды. Химия, биология уҡытыусыһы өсөн дә файҙалы мәғлүмәттәр табыла ине. “Фенолог яҙмалары”, “Баҡсасы мөйөшө” рубрикаларындағы һәм башҡа материалдарҙы хатта йыйып та барҙым. Әле уларҙы алып ҡарайым, бөгөн дә көнүҙәклеге юғалмаған, сөнки тәрбиә һәм тәбиғәт төшөнсәләре мәңгелек.
Тормош иптәшем Мәжит Кәрим улы — һөнәре буйынса агроном. Ул да гәзит-журнал уҡырға әүәҫ. Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн булыу менән генә түгел бит, рухи аҙыҡ та кәрәк кешегә.



Вернуться назад