Аҡыл эйәләре телдең йәмғиәттәге урыны, уның әһәмиәте тураһында күп фекер әйтеп ҡалдырған. Кешенең ниндәй телдә һөйләшеүе уның нисек фекер йөрөтөүенә, донъяға булған ҡарашына, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәтенә һәм, ахыр сиктә, ҡылыҡ-фиғеленә туранан-тура йоғонто яһай. Телдең йәмғиәттә тотҡан урыны был ҡәҙәр мөһим, шәхескә йоғонтоһо ошо тиклем ҙур икән, Аллаһ Раббыбыҙҙың һүҙе – бөтә кешелеккә төбәлгән мөрәжәғәте булған Ҡөрьән Кәримдә мотлаҡ тел ҡәҙере, һүҙ ҡиммәте тураһында аяттар булырға тейеш. Ун һигеҙ мең ғаләм Раббыһы Аллаһ Тәғәлә был турала нимә әйтә икән, шуға күҙ һалайыҡ.
“Бәҡара” сүрәһенең 30 – 33-сө аяттарында Аллаһ Раббыбыҙ әйтә:
“Эй Мөхәммәт, иҫеңдә тот: Раббың фәрештәләргә әйтте:
— Мин Ер йөҙөнә Әҙәмде хәлифә итеп яралтасаҡмын.
Фәрештәләр әйтте:
— Беҙ Һине маҡтап, тәсбих әйтеп, Аллаһ Тәғәлә кәмселектәрҙән пак тип, Һине ҙурлап торғанда, Ер өҫтөндә аҙғынлыҡ ҡыласаҡ бәндәне хәлифә итеп ҡуясаҡһыңмы?
Аллаһ уларға әйтте:
— Һеҙ белмәгән нәмәләрҙе, һәр хәлдә, Мин беләм.
Аллаһ Әҙәмгә донъялағы бөтә исемдәрҙе (атамаларҙы) өйрәтте лә (бөтә нәмәләрҙең исемдәрен белеү, йәғни Аллаһ яралтҡан нәмәләрҙе аңлап белеү, серенә төшөнөү) һуңынан фәрештәләренә бойорҙо:
— Әгәр ҙә һеҙ әйткәндәр дөрөҫ булһа, ул исемдәрҙе әйтеп бирегеҙ".
Тел ғалимдары билдәләүенсә, лексикологияның семасиология тигән бүлеге тап һүҙҙең тышҡы яғын (яңғырашын) һәм эске яғын (мәғәнәһен) өйрәнә лә инде. Төплө уйлап ҡараһаҡ, Ҡөрьән Кәрим аяттарында нәҡ ошо семасиология тураһында һүҙ барғаны аңлашыла.
“Әр-рахман” сүрәһенең 1 – 4-се аяттарында Аллаһ Тәғәлә әйтә:
“Мәрхәмәт эйәһе Аллаһ Ҡөрьәнде өйрәтте. Инсанды Ул яралтты. Һөйләшергә өйрәтте”.
Аяттарҙа Аллаһ Раббыбыҙ, үҙе биргән оло ниғмәттәрҙе иҫебеҙгә төшөрөп, уларҙың ҡәҙерен белергә, Хоҙай Тәғәләнең оло бүләктәре икәнен онотмаҫҡа өндәй. Был бүләктәрҙең беренсеһе – Ҡөрьән Кәрим. Аятта ул иң беренсе сиратта телгә алына, сөнки Ҡөрьән Кәрим донъя яралтылғансы уҡ булған, Аллаһ хозурында Ләүхел – Мәхфүздә һаҡланған. Икенсе бүләк – донъяла йәшәү ниғмәте. Хоҙай Тәғәлә беҙ – бәндәләрҙе юҡтан бар итеп, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ниғмәттәр биреп, был фани донъяла йәшәтә, ҡылған ғәмәлдәребеҙгә ҡарап, ахирәттә йә әжер-сауабын, йә язаһын бирә. “Әр-рахман” сүрәһенең башында иҫкә алынған өсөнсө ниғмәт – һөйләшеү һәләте. Был һәләтте Аллаһ бәндәләрҙең күбеһенә биргән. Әҙәм балаларын Аллаһ Тәғәлә яралтҡан башҡа йән эйәләренән айырып тороусы ике нәмә бар: аҡыл һәм һөйләшеү һәләте. Аҡылыбыҙ булғанға, беҙ уйлай, фекерләй алабыҙ. Ә телебеҙ ярҙамында уйлағандарыбыҙҙы башҡаларға әйтәбеҙ. Аҡылыбыҙға килгән уй-фекерҙәрҙе тел менән белдерәбеҙ. Үрҙә килтерелгән аяттарҙа тел ниғмәтенең Ҡөрьән һәм ғүмер ниғмәте менән бер рәттән иҫкә алыныуы динебеҙ Исламда телдең ниндәй ҙур урын тотоуы, Аллаһ Тәғәлә хозурында телдең ни тиклем ҡәҙерле нәмә икәнлеге тураһында һөйләй.
“Рум” сүрәһенең 22-се аятында Аллаһ Тәғәлә былай әйтә: “Уның күктәрҙе һәм Ерҙе бар итеүендә лә, телдәрегеҙҙең, төҫ-ҡиәфәттәрегеҙҙең төрлөлөгөндә лә Аллаһтың барлығына-берлегенә аҡыл эйәләре өсөн оло дәлилдәр бар”.
Һәр бер милләт – Хоҙай Тәғәләнең был донъялағы гөлө, һәр бер тел – Тәңренең бүләге, милләттең биҙәге. Донъяның йәме – шул биҙәктәрҙең күп төрлөлөгөндә.
Динебеҙҙең, телебеҙҙең ҡәҙерен беләйек, аҫыл рухи ҡиммәттәребеҙҙе балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә тапшырайыҡ, туғандар!
Рамаҙан АМУРҘАҠОВ,
«Мәҡсүҙә» мәсете
имам-хатибы.
Ҡариҙел районы,
Магинск ауылы.