Алтаҡта, иғлан, һәйкәлдәрҙәге орфографик хаталарҙы бөтөрөү маҡсатында Мәскәүҙә ҙур эш башланған икән. Был йәһәттән төркөмдәр булдырылған, рейдтар ойошторола.
Беҙҙә лә хаталарҙы бөтөрөү буйынса йәмәғәт ойошмалары эшләй, район һәм ҡала хакимиәттәрендә терминология үҙәктәре хеҙмәт күрһәтә, тема киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыла.
Ишетеүемсә, Өфөләге алтаҡталарҙың, баннерҙарҙың ҡаланың архитектураһына тап килеү-килмәүен күҙәткән комиссиялар бар икән. Тимәк, эштең ҙурыраҡ һөҙөмтә биреренә ышаныс тағы ла арта.
Дөйөм хеҙмәткә үҙ өлөшөмдө индереү ниәтендә баш ҡаланың Ленин урамындағы башҡортса хаталы яҙмалы алтаҡтаның фотоһүрәтен ебәрәм. Ниңә "күсермә үҙәге" түгел, ә "күсәрмә үҙәге" һуң ул?
Йәүҙәт ӘХТӘМОВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.