Рәхмәт һүҙе19.02.2014
Тыуған көнөм айҡанлы ҡала, район башлыҡтарынан, министрлыҡ, ведомство, учреждение, йәмәғәт ойошмалары, коллективтар етәкселәренән, Башҡортостан, шулай уҡ сит төбәктәрҙәге ҡала, ауылдар халҡынан йылы ҡотлау һүҙҙәре бик күп булды.
80 йәшем менән ихлас ҡотлауығыҙ өсөн барығыҙға ла ысын күңелдән рәхмәт әйтәм! Берлектәге ижади хеҙмәт, республиканың социаль-иҡтисади ҡеүәтен арттырған, йәмғиәтебеҙҙең мәҙәни-рухи тормошон яңы кимәлгә күтәргән, сәйәси тотороҡлолоҡто, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡларға тырышҡан өсөн бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәтлемен.
Барығыҙға ла тыныслыҡ, татыулыҡ, бәхет, һөйөү, именлек теләйем!
Тәрән ихтирам менән,
Башҡортостан Республикаһының
беренсе Президенты Мортаза РӘХИМОВ.


Вернуться назад