БДУ-ның Бөрө филиалында йәштәрҙе туған телдә уҡытыу, тәрбиәләү, сәнғәтте, әҙәбиәтте, матбуғатты үҫтереүҙең мөһимлеге тураһында фәнни-ғәмәли конференция булды.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған сарала төньяҡ-көнбайыш райондарҙың башҡорт, урыҫ, татар, мари, удмурт телдәре уҡытыусылары, етәкселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар ҡатнашты. Тимәк, мәсьәләне киңерәк планда тикшереү мөмкин булды.
Пленар ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының комиссия рәйесе, филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнзил Санъяров сығыш яһаны. Уның ялҡынлы, аныҡ дәлилдәргә нигеҙләнгән телмәре һәр кемде уйланырға мәжбүр иткәндер. Ә ысынбарлыҡ бер: илебеҙҙең, республикабыҙҙың ҡанундарына ярашлы, мәғариф учреждениеларында туған телдәр уҡытылырға тейеш, ә дәүләт статусындағы башҡорт телен барлыҡ республика халҡының белеүе зарур.
Беҙҙең Бөрө районында был йәһәттән эш көйлө бара. Башҡорт теле барлыҡ мәктәптәрҙә лә, ҡалалағы лицейҙа ла уҡытыла. Әммә милли матбуғатҡа иғтибар әҙерәк. Хатта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында үҙебеҙҙең гәзит-журналды алдырыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ. "Электрон вариант яҡшыраҡ", — тиеүселәр ҙә бар. Минеңсә, башҡорт милләте вәкилдәре, айырыуса ғалимдар, филологтар, дәүләт органдарында хеҙмәт итеүселәр фәҡәт ҡағыҙ баҫмаға яҙылырға тейеш.
Шулай ҙа Бөрөлә халҡы өсөн янып йәшәгәндәр байтаҡ. Улар — хаҡлы ялдағы Рәйес Дауытов, ҡаланың 4-се мәктәбендә башҡорт телен уҡытҡан Гөлфинә Ғәбитова, "Бөрө шишмәләре" гәзите мөхәррире Ғәлиә Ғәниева, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән Ирина Талипова, физкультура һәм спорт бүлеге мөдире Рәмил Усманов — Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.