Урамда упҡын упмаҫ, тимә...12.01.2012
Бәлә аяҡ аҫтында, тигән мәҡәлде киң даирәлә ҡулланырға күнекһәк тә, Брянск ҡалаһында булған фажиғә ҡайһы саҡта уның тура мәғәнәһенә тап килеп ҡуйыуын да иҫбатлай.
26 йәшлек Татьяна Диденко йәш ярымлыҡ улы Кирилл менән сквер буйлап китеп барғанда кинәт ер убыла, һәм хасил булған ҙур соҡорға ҡатын да, коляскаһы менән бергә сабый ҙа төшөп китә. Татьяна асфальт ситенә йәбешеп ҡалһа ла, ғәзиз сабыйҙы ҡотҡарып ҡала алмаған.
Ҡала уртаһында булған фажиғәнең сәбәбе үтә ябай: баҡтиһәң, тап ошо урында ер аҫтынан үтеүсе ҡала канализация коллекторы торбаһы шартлаған, һыу тупраҡты йыуған, һөҙөмтәлә ер убылып төшкән. Ҡалала совет заманында үткәрелгән торбаларҙың 70 – 80 проценты күптән алмаштырыуға мохтаж, әммә уларҙы ваҡытында яңыртырға финанстың етмәүе ошо бәләне тыуҙырған да инде.
Г. САЛАУАТОВА.


* * *

Шундай уҡ аяныслы хәл Өфөлә булыуы ихтималмы? Журналистарҙың Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов менән булған осрашыуында һүҙ тап шул хаҡта барҙы.

— Шундай фажиғәне булдырмаҫ өсөн беҙ Өфөлә системалы, планлы эш алып барабыҙ, – тине ул. – Республикала һәм баш ҡалала ошо йүнәлештә ҙур эш башҡарылды һәм башҡарыла. Алда инженер селтәрҙәрен яңыртаһы бар, сөнки Өфөлә уларҙың уртаса иҫкереүе 61-62 процент тәшкил итә. Инженер селтәрҙәренең ҙур өлөшө 1969 — 1976 йылдарҙа төҙөлгән һәм коррозияға тиҙ бирешеүсе тимер-бетон торбалар ҡулланылған. Ундай урындарҙы асыҡланыҡ. 2001 йылдан был материал коллекторҙар төҙөлөшөндә ҡулланылмай. Брянск фажиғәһенән һуң “Өфө һыу каналы” етәкселегенә тағы бер тапҡыр инженер селтәрҙәре торошон күҙәтеү буйынса эште көсәйтергә күрһәтмә бирелде. Өфөлә шундай фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн мөмкин булғанды ла һәм булмағанды ла эшләйәсәкбеҙ.
Ф. ҒАФАРОВ.


Вернуться назад