Ғәмәлһеҙ ғилемдә файҙа юҡ19.02.2014
Ғәмәлһеҙ ғилемдә файҙа юҡ
Ҡәләмем йәштәр темаһын урап үтмәү сәбәпле, йыш ҡына замана студенты ниндәй булырға тейеш тигән һорау борсой. Мең ҡабат ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, ти халыҡ. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары миҫалында күрһәтергә булдым быны. Әйтергә кәрәк, хәҙерге студентты күреп, күптәр (һәр хәлдә әлеге уҡыу йортонда) шаҡ ҡатыр ине. Үҙе бейеп, үҙе йырлап, шул уҡ ваҡытта уҡып та, фән менән шөғөлләнеп тә өлгөргән энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыусыларға һоҡланмаҫлыҡ түгел шул!

Береһе көлдөрә,
икенсеһе аптырата, өсөнсөһө өмөтләндерә…

Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ башҡорт КВН-ын яратыусыларға яҡшы таныш: башҡорт филологияһы факультетының V курс студенты Руфина Әбдрәшитова — “СТРАЙК” командаһы ағзаһы. Ә бына йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмаған ҡыҙҙың яҡшы уҡыуы хаҡында һирәктәр генә беләлер.
– Бер ҡасан да имтиханға йүнләп әҙерләнгән йәки көнө-төнө китап аҡтарып ултырған булманы. Иң мөһиме — дәрес ҡалдырмаһаң, уҡытыусыны иғтибар менән тыңлаһаң, ашауыңды, ялыңды ҡорбан итеп әҙерләнергә кәрәкмәй ҙә, — ти ул, белем алыу өлкәһендәге уңыш серҙәре менән уртаҡлашып.
Ғәмәлһеҙ ғилемдә файҙа юҡРуфина әйткәнсә, барыһы ла үҙеңдән тора шул. Алдыңа ниндәй маҡсат ҡуяһың: белем алыумы, әллә “ыштан туҙҙырыу”мы? Һылыу ҡыҙҙың һул яғынан урын алған тәбиғи фәндәр факультетының һуңғы курсында белем алған Илһам Йосопов та ошо фекерҙе ҡеүәтләй: – Ваҡытыңды нисек бүләһең, шунан тора. Оҙағыраҡ йоҡлап ятһаң, күңел асыуҙы тәүмаҡсат итеп алһаң, әлбиттә, фән һәм йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнеү түгел, уҡырға ла ваҡытың ҡалмаясаҡ, — ти төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, үҙенең инновация технологияларына бәйле иҡтисади проекттары менән күптәрҙе һоҡландырған егет.
Физика-математика факультетының IV курсын тамамлап килгән Максим Пелюков барыһынан да уҙҙырып ебәрә:
– Студент – илдең киләсәге. Уның башында һәр саҡ ошо уй булһа, уҡыуына ҡарата яуаплылығы кәмемәйәсәк.
Эйе, йәштәрҙең әйткәндәре менән килешмәй сарам юҡ. Белем алыу — бер, белемле шәхес тәрбиәләү – төп маҡсат.

Фәнһеҙ белем тауына менеп буламы?
Ысынлап та, һәр заманда ла уҡыуҙы ғилми эҙләнеүҙәрҙән тыш күҙ алдына килтереп булмай. Ә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында был – төп ҡанун. Унда һәр педагог, һәр студент тиерлек ғилми эшкә сумған.
Филиалдың көндөҙгө бүлек студенттарының 81 проценты (3 661 кеше), мәҫәлән, ошо шөғөлгә мөкиббән. Шуларҙың меңдән ашыуы ғилми хеҙмәтен хатта махсус йыйынтыҡтарҙа баҫтырып сығарған.
Әлбиттә, студент өсөн ғилми эш менән шөғөлләнеүҙең төп маҡсаты – был аҙым аша уҡыуыңда алға китеү, ярыштарҙа еңеү яулау. Шулай ҙа фән өлкәһе тырыштарға, әйтәйек, мул ғына табыш та килтерә икән. Мәҫәлән, был уҡыу йортонда ғилми эҙләнеүҙәр алып барған ун студент төрлө кимәлдәге стипендияға лайыҡ булған. Аҙмы-күпме, ундайҙар ай һайын кеҫәһенә 10 мең һумдан да кәм һалып бармай. Тимәк, төнөн китаптар аҡтарыу, көндөҙ тәжрибә кабинеттарынан сыҡмау отошло. Бынан тыш, 30-ға яҡын егет-ҡыҙҙың ғилми эш менән шөғөлләнгән өсөн – эш хаҡы, туғыҙ студенттың грант алыуы ла иғтибарға лайыҡ.
Химия-биология, инновация технологиялары өлкәһендә ғилми эҙләнеүҙәр алып барыу бөгөн, техника заманы алға киткәндә, көнүҙәк булып тора. Әлеге уҡыу йортонда ла был йүнәлештә әүҙем эшләйҙәр. Мәҫәлән, “һыу формулаһын һәм составын өйрәнеүселәр” өсөн бихисап бюджет урыны ҡаралған, студенттар практика ваҡытында төбәктең завод-предприятиеларында тәжрибә туплай, лабораторияларҙа шөғөлләнә.
– Ситтән ҡарағанда ҡыҙыҡ булмаһа ла, фән менән шөғөлләнеү бөгөн студентҡа төп талаптарҙың береһе булырға тейеш. Ғилем юлына баҫҡан кеше сәмле лә, дәртле лә, тырыш та була. Студент ул, Бородин һымаҡ, төрлө яҡлап үҫешергә тейеш. Александр Порфирьевич та бит көй ҙә яҙған, химия, медицина өлкәһендә лә уңышҡа өлгәшкән. Химия-биологияға килгәндә инде, донъя үҫешен, кешелекте дауалауҙы был өлкәнән тыш күҙ алдына килтереп тә булмай. Тимәк, беҙ – йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө, — тиҙәр, ни өсөн был юлды һайлауҙары хаҡында һорашҡас, тәбиғи фәндәр факультеты студенттары Лилиә Нафиҡова менән Элина Васильева.
Ғилми эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр хаҡында һүҙ алып барғанда күҙ алдына, ғәҙәттә, шыйыҡса тултырылған һауыттар йә иһә компьютерҙар эшләп ултырған бүлмәләр килеп баҫа. Әммә гуманитар фәндәрҙе алға әйҙәүселәр, телде һәм мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүселәр ҙә бындай шөғөлдән сит түгел.
Ғәмәлһеҙ ғилемдә файҙа юҡӘйтәйек, филиалдың тарих факультеты студенттары йыл да йәй ҡаҙынырға китә, баҡсаға түгел, әлбиттә, ә ер ҡуйынынан һөлдәләр эҙләргә, тарихи сығанаҡтар юлларға. Юридик факультетта тәрбиәләнеүселәрҙең иһә хатта үҙҙәренең суд залы бар. Шартлы рәүештә улар бер-береһенә "хөкөм сығара", ғәйепһеҙҙәрҙе "яҡлай". Педагогика һәм психология факультеты студенттары ла лекция ғына тыңлап ҡалмай, ә балалар йортонда, психология үҙәктәрендә кеше менән эшләргә өйрәнә, һуңынан был тәжрибәләр ғилми эшкә нигеҙ була. Филология йүнәлешендә эшләгән факультеттарҙа белем алыусылар, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, фән серен башлыса китаптарҙан эҙләй. Мәҫәлән, тел, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт мәсьәләләрен күтәргәндә яҡын-тирәләге генә түгел, республиканың бар китапханаһын ҡыҙырып сыға улар.
Шул уҡ ваҡытта төрлө кимәлдәге конференция-олимпиадалар ҙа студент өсөн ҡулайлы. Бындай сарала йәштәр үҙҙәренең белемен күрһәтә ала. Мәҫәлән, ғалим Булат Ғафаровтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөргән I курс студенттарына ғилми эштә старт алыу өсөн ҡиммәт, минеңсә. Сөнки улар, беренсенән, фәнни эште лә “тәмләп” ҡараны, икенсенән, республикабыҙҙың мәшһүр ғалимдарының, шәхестәренең үткер һәм мөһим һүҙ-фекере менән ҡулъяҙмалары аша ғына танышманы, ә үҙҙәренән ишетеп рухланды. Бынан тыш, студенттарҙың башҡа өлкәләрҙән килгән тиңдәштәре, профессорҙар менән дә аралашырға мөмкинлеге булды был сарала. Мәҫәлән, Азербайжан ғалимы Агаверди Хәлилов, Алтайҙан килгән магистрант Чочагай Хомушку һәм башҡаларҙың телмәре студенттарҙа тел ҡәҙерен һаҡлау тойғоһон уятмай ҡалмағандыр, тип әйтһәм дә яңылышмамдыр.

Һандар, дәлилдәр:
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында
8971 студент белем ала. Шул иҫәптән 4410 егет-ҡыҙ – көндөҙгө бүлектә, 4519 кеше – ситтән тороп, 42 студент киске бүлектә уҡый.
Уҡыу йортонда 367 педагог эшләй. Шуларҙың 30-ы – фән докторы.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында дистанциялы уҡытыу ҡаралған. Ошондай юл менән белем алыусылар лекцияларҙы Интернет аша тыңлай. Аспирантурала 18 йүнәлеш буйынса
77 аспирант уҡый.
Филиалдың 10 уҡыу-уҡытыу корпусы, 1 800 кешене ҡабул итерлек
4 ятағы, 9 ашхана-кафеһы, 2 спорт комплексы, стадионы, 19 тәжрибә кабинеты (лабораториялары),
2 һаулыҡ һаҡлау пункты бар. Уҡыу йорто 1 300 компьютер менән тәьмин ителгән.

Һүҙ — уҡыу йортон тамамлаусыларға
Альберт ШӘЙХЕТДИНОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара бәйләнеш бүлеге начальнигы:
– Филология факультетын тамамланым. Был белем усағы миңә тел һәм әҙәбиәттең иҫ киткес байлығын, телдең йәшәйешебеҙҙән айырылмаҫлыҡ күренеш икәнен аңларға өйрәтте. Студент йылдары матур йәшлек хәтирәләре булараҡ ҡына иҫтә ҡалманы, ә киләсәгемде билдәләүҙә ҙур йоғонто яһаны: кеше менән аралашырға, коллективта үҙ мөмкинлектәреңде күрһәтә белергә өйрәтте. Былар барыһы ла — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыу ваҡытынан килгән сифаттар.
Регина ҒӘЗИЗОВА, ошо уҡ белем усағының психология һәм педагогика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы:
– Тарих факультетында белем алдым. Уҡыу йортон шул тиклем яраттым, хатта бер минутҡа ла айырылғы килмәй ине. Күңелле студент тормошона, фән менән шөғөлләнеүгә, ғөмүмән, ошо донъяға мөкиббән ғашиҡ инем. Их, уҡыу йортонда эшкә ҡалһаң ине ул, тип хыяллана торғайным. Теләгем тормошҡа ашты, тырышып уҡыуым, үҙемде яҡшы студент итеп күрһәтеүем үҙ емешен бирҙе.
Евгений ПАВЛОВ, “Самсунг" тикшереү үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең проекттар етәксеһе урынбаҫары (Мәскәү ҡалаһы):
– Математика яратыуым сәбәпсе булды БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына килеүгә. Ә был вузды һайлауым хеҙмәт юлында ҙур роль уйнаны. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә хеҙмәттәштәрем – МДУ, Бауман исемендәге МДТУ һымаҡ абруйлы уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәр. Тимәк, яҡшы белем алыр өсөн йәһәннәмгә барырға кәрәкмәй.
Студент йылдары уҡыуҙан ғына тормай, тип иҫәпләйем. Бер үк ваҡытта ул белем дә алырға, үҙен төрлө яҡлап һынап та ҡарарға тейештер.


Вернуться назад