Ҡаһарманлыҡ онотолмай19.02.2014
Ҡаһарманлыҡ онотолмай
Һуғышта ҡорбан булған яугир-интернационалистарға һәйкәл ҡуйыу тураһында һүҙ Ҡариҙел районында күптән йөрөй ине. Ниһайәт, былтыр 9 майҙа уға нигеҙ ташы һалынды. Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулған көндәрҙә иһә Ҡариҙел ауылындағы Еңеү паркында һәйкәл асыу тантанаһы булды.

Һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү сараһына йөҙҙән ашыу кеше, шул иҫәптән яугирҙәрҙең туғандары ла килде. Тантанала Афған һуғышы ветерандарының Ҡариҙел йәмғиәте рәйесе Рәмил Вәлинуров сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, һуғышта райондан 60-тан ашыу кеше интернациональ бурысын үтәгән, шуларҙың алтауһы һәләк булған.
Сарала Рәсәй Геройы, полковник, һауа армияһы штабының өлкән инспекторы, Ҡариҙел районының почетлы гражданы Владимир Әлимов та ҡатнашты. Әйткәндәй, ул яҡташтарын бер ҙә онотмай. Йыл һайын районда уның призына ярыштар ойошторола. “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә еңеүселәргә Рәсәй авиацияһы геройы премияһын да тап Әлимов булдырҙы.



Вернуться назад