Һеҙҙе Марат Латипов тыңлай!19.02.2014
Һеҙҙе Марат Латипов тыңлай!Хәбәр итеүебеҙсә, «Башҡортостан» гәзите редакцияһы 26 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов менән тура бәйләнеш ойоштора. Социаль пособиелар, эштә бәхетһеҙлек осраҡтары, инвалидлыҡ, бала табыу сертификаттары һәм башҡа мәсьәләләргә бәйле һорауҙарығыҙҙы бөгөндән 272-35-01 телефонынан бирә алаһығыҙ. Ә тура бәйләнеш ваҡытында 272-75-30 һандарына шылтыратырһығыҙ. Бынан тыш, һорауҙарығыҙҙы алдан уҡ [email protected] электрон почтаһына ла яҙып ебәрергә мөмкин.


Вернуться назад