Республика парламентының 27 февралдә үтәсәк сираттағы пленар ултырышында Башҡортостандың Төп Законына индерелгән үҙгәрештәр тулыһынса ҡабул ителәсәк тип көтөлә. Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы көн тәртибен раѕлағанда билдәле булды.
Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев хәбәрселәргә ҡабул ителәсәк закондарҙың асылын аңлатып китте. Әйткәндәй, был Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеген асығыраҡ итеү өсөн эшләнә. Башҡортостан Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәр ҡабул ителгән осраҡта, беҙ республика Президентын бынан ары Башлыҡ тип йөрөтәсәкбеҙ. Шулай уҡ үҙгәрештәргә ярашлы, граждандар тәҡдимдәр менән сығыш яһай ала һәм ҡануниәтте камиллаштырыуҙа йәмәғәтселектең дә ҡатнашыуы күҙ уңында тотола.
Республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ла үҙгәрештәр индереләсәк. Береһе транспорт сараларын махсуслаштырылған туҡталҡаға ҡуйыу, унда тотоу һәм кире ҡайтарыуға ҡағыла. Законды боҙған осраҡта һалынасаҡ штраф күләме вазифалы кешеләр өсөн — 10 меңдән 20 меңгәсә, ойошмалар өсөн 50 меңдән 100 мең һумғаса билдәләнә. Икенсенән, торлаҡҡа ҡарамаған биналарҙы үҙгәртеп ҡороуға бәйле үҙгәрештәр көтөлә. Күп фатирлы йортта законһыҙ рәүештә быны эшләгән осраҡта, граждандар 3-4 мең, вазифалы кешеләр 10-15 мең, ойошмалар 20 меңдән 40 мең һумғаса штраф түләйәсәк.
Тағы ла бер үҙгәреште Баймаҡ район Советы депутаттары тәҡдим итә. Улар ауыл хужалығы малдарын тамғалау тәртибен боҙған өсөн штраф күләмен 12 мең һумға тиклем арттырыу яҡлы. Билдәле булыуынса, районда мал урлау йышая, шулай уҡ юлда йөрөгәндәре аварияға сәбәпсе була. Әгәр һәр йорт хайуанында тамға булһа, уларҙы асыҡлау еңелләшер ине тигән фекерҙә депутаттар.