Суматра утрауында ер тетрәгән12.01.2012
Индонезияның Суматра утрауында магнитудаһы 7,3 балл тәшкил иткән ер тетрәүе булған.
Тетрәүҙең үҙәге Банда-Ачех ҡалаһынан 420 километр алыҫлыҡта, диңгеҙҙә теркәлгән. Властар тәүҙә цунами хәүефе тураһында хәбәр итә. Урындағы халыҡты эвакуациялай башлайҙар, ләкин бер нисә сәғәттән хәүеф янамай тип, кешеләрҙе кире өйҙәренә ҡайтырға өндәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул ваҡытта ер тетрәүе була ла инде. Әлегә һәләк булыусылар һәм емереклектәр тураһында мәғлүмәт юҡ.