Мәҡәләләрҙе уҡығас, хайран ҡалдыҡ. Аптырап йөрөй торғас, хат яҙып ебәрергә булдыҡ.
84 йәшлек бабай кем өсөн бала сағында һуғыш ыҙаларын күреп үҫкән? Беҙ һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт әйтергә, баш эйергә тейешбеҙ. Улар арҡаһында рәхәтлектә йәшәйбеҙ. Был дөрөҫ түгел тип кем әйтә ала?
Быға тиклем бер кем дә ағас ҡырҡмағанмы ни? Башҡалар штраф түләгәнме? Яуап бармы? Күрше райондарҙа бындай бурҙар юҡмы ни? Ҡайҙа ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк? Был хаҡта ни уйлайһығыҙ?
Уян, халҡым! Үҙебеҙҙе үҙебеҙ яҡламаһаҡ, кем яҡлар беҙҙе?! Хоҡуҡ һағында тороусылармы, тикшереүселәрме, әллә башҡалармы? Нисек булһа ла, Яныбаевтар түләгән аҡсаны кире ҡайтарһындар! Ә ҡайғы кисергән ғаиләгә сабырлыҡ, түҙемлек, һаулыҡ теләйбеҙ.