(Гөлниса Яныбаева, «Бер ҡарағас бәләһе», 2013 йыл, 25 декабрь)
«Башҡортостан» гәзитендә Әбйәлил районынан яҙылған хаттарҙы һәм Башҡортостан урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллиндың аңлатмаһын ғәжәпләнеп, аяныс менән уҡыным.
Ниңә быға тиклем «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән ҡарағасты ҡырҡыу – тыйылған эш тип халыҡҡа аңлатыусы булмаған? Урман хужалығы инспекторҙары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа ҡараған? Башҡортостандың байлығы һаналған ҡарағасты тәләфләүҙе туҡтатырға кәрәк, әлбиттә. Әммә бындай ысул менән түгел, халыҡҡа аңлатыу эше алып барыу зарур.
Иң аянысы шул: беҙҙә, башҡорттар араһында, берҙәмлек, татыулыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итеү кеүек изге төшөнсәләр кәмей бара. Бер төп ағасты ҡырҡып алыуҙары тураһында кемгәлер хәбәр итеп йөрөү ҙә бер кемгә лә килешмәй.
Беҙҙең таулы-урманлы яҡтарҙағы ауылдарҙа ҡәбер өҫтөнә имәндән бура ултыртып, ләхет ябалар. Шөкөр, әлегә имән ағасына тыйыу юҡ. Уның ҡарауы, үткән быуаттарҙа йөҙйәшәр ҡарағастарҙы йорт төҙөлөшөндә вәхшиҙәрсә ҡырҡып ҡулланғандар. Был хәлде төбәгебеҙҙең Хәйбулла менән Йылайыр райондары сигендә йөҙйәшәр ҡарағастарҙың ошоға тиклем серемәй ултырған төптәре иҫбатлай. Ҡыҙғаныс, ошо ҡырҡылған ағастарҙы алыштырған йәш үҫентеләр юҡ.
Халҡыбыҙ йолалары, динебеҙ талаптары буйынса мәрхүмдәргә хөрмәт, ихтирам күрһәтергә тейешбеҙ. Тик тәбиғәт ҡанундары һәр урында төрлөсә үҙгәртелеп бөтөлгән шул.
Хәҙер бер-беребеҙ менән ярышыпмы, көнләшепме, мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәрен әллә ниндәй ҡиммәтле, зиннәтле тимер, таш, кирбес кәртәләр менән уратабыҙ, мәрмәр кеүек таштарҙан төрлө һындар ултыртабыҙ. Ҡәберҙе сәскәләр, венок менән биҙәйбеҙ – һәр кем, бер-береһен аптыратырға тырышып, үҙенсә ҡылана.
Ә динебеҙ ябай ғына бер билдә – тәбиғи таш – ҡуйырға ҡуша. Башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй ҙә, ярамай ҙа! Уға мәрхүмдең исем-шәрифе, тыуған һәм үлгән йылдары яҙыла. Тәбиғи таш булмаһа, яһалмаһы ла, бер ағас бағана ла ярай. Башҡа бер нәмә лә булырға тейеш түгел. Уларҙы хәйер-саҙаҡа итеп биреү сауаплыраҡ.