Хәҙер инде үҙем оло йәштәмен. Донъям етеш, әммә минең өсөн Ер йөҙөндә атайымдың хатынан да ҡәҙерлерәк нәмә юҡ.
Бәлки, был ҡомартҡы ғәзиз кешебеҙҙең һуңғы хаты булғандыр. Әсәйем вафатынан һуң, уның доғалары араһынан килеп сыҡты. Хат блокнот битенә яҙылған. Күп ваҡыт үткәнлектән, һарғайған, тотһаң, таушалырға тора. Шулай ҙа, химик ҡәләм менән яҙылғанлыҡтан, яҡшы һаҡланған.
Туптар шартлап торған яу ҡырынан ғәзиз атайым нимә яҙҙы икән? Был хатты уҡытыр өсөн Өфөләге барлыҡ мәсеттәрҙә булдым. Әммә берәү ҙә уҡый алманы. “Иҫке ғәрәп алфавиты менән яҙылған, уны таный алған кеше юҡ”, — тинеләр.
Атайым яуға киткәндә беҙ өс бала ҡалғайныҡ. Һуғыш бөткәс, күрше Әлшәй районынан уның менән бергә хеҙмәт иткән бер ағай килде. Ул әсәйемде, беҙҙе эргәһенә ултыртып, илай-илай һөйләне.
— Смоленск өлкәһендә бик ҡаты һуғыш барҙы, бомба, снарядтар шартлауҙан ер менән күк буталды. Атайығыҙ минометсы ине. Ул һуғышҡан ерҙә бомба төшөп шартланы. Шунан һуң уны башҡаса күрә алманым. Беҙ һуғыш яланында гел бергә булдыҡ. Иҫән ҡалғандарыбыҙ, бер-беребеҙҙең ғаиләһенә барып, барыһын да һөйләргә вәғәҙә бирештек, — тине ул.
Беҙ атайымды эҙләп тә ҡараныҡ. Ҡайҙа ғына яҙһаҡ та, һәр ваҡыт "… Пропал без вести в декабре 1941 г.” тигән яуап ҡына килде. Әсәйем быға ышанманы – атайымды ғүмере буйына көттө.