Йәмәғәт, һеҙ шуға иғтибар иткәнегеҙ бармы: Яңы йыл байрамы үтеү менән ҡалалағы сүплек һауыттары янында шыршы, ҡарағай өйөмө барлыҡҡа килә. Улай ғына ла түгел: кәрәге ҡалмаған йәшел ҡупшыҡайҙар ҡайҙа етте шунда аунап ята. Гүйә, улар үҙҙәренә ҡарата ошо йыртҡыстарса мөнәсәбәтте күтәрә алмай, рәнйеп һыҡтай...
Торғаны вәхшилек бит был! Үҙебеҙ тәбиғәтте һаҡлайыҡ, тип саң ҡағабыҙ, ә үҙебеҙ күрәләтә ошо хәлгә юл ҡуябыҙ. Йәйен-ҡышын ал-ял белмәй донъяға йән өрөп ултырған мәңге йәшел һылыуҡайҙарҙы аяуһыҙ киҫәбеҙ ҙә, бер нисә көн үтеү менән, ботарлап, сүплеккә быраҡтырабыҙ.
Ә бит ылыҫлы ағасты төрлөсә файҙаланырға — әйтәйек, төнәтмә яһап эсергә була. Аяҡ-ҡул һыҙлағандан да, йоҡоһоҙлоҡтан да шифаһы ҙур. Уны сүплеккә ташлағансы, исмаһам, файҙаһын күрегеҙ, тимәксемен.