Рәхәтләнеп ҡарайбыҙ18.02.2014
Беҙҙең Әмзә ауылы Нефтекама ҡалаһына ҡарай. Яңы йылдың тәүге көнөнән ауылыбыҙҙа Башҡортостан юлдаш телевизион каналы... юҡҡа сыҡты.

Шул сәбәпле, байрам көндәрендә матур-матур тапшырыуҙарҙы ҡарауҙан мәхрүм ҡалдыҡ. Экранда сәскә һүрәте генә торҙо. Йәй көнө 1-cе канал юғалып торғайны – Универсиаданы ҡарай алманыҡ. Аптырағас, ярҙам һорап, “Башҡортостан” гәзитенең Нефтекамалағы үҙ хәбәрсеһе Ансар Нуретдиновҡа шылтыраттыҡ. Рәхмәт инде, үтенесебеҙгә ҡолаҡ һалды – тиҙҙән юлдаш каналы күрһәтә башланы. Хәҙер үҙебеҙҙең тапшырыуҙарҙы рәхәтләнеп ҡарайбыҙ.


Вернуться назад