Һоҡлана ла, һаҡлай ҙа бел18.02.2014
Матурлыҡ... Был һүҙҙең мәғәнәһен төрлөсә аңлап була. Мәҫәлән, кешеләрҙең матурлығы, тәбиғәттең матурлығы.

Ысынлап та, Башҡортостандың тәбиғәте бик гүзәл. Республикабыҙҙың байтаҡ өлөшөн урмандар биләй. Ул — ҙур байлыҡ, саф һауа һәм һыу сығанағы. Өҫтәүенә йәнлектәрҙең йәшәү урыны ла. Беҙҙең урмандарҙа төрлө януарҙарҙы осратып була: айыу, ҡуян, төлкө, бүре, терпе, тейен... Башҡортостаныбыҙҙа алты йөҙгә яҡын ҙур һәм бәләкәй йылға-күл бар. Ҡайһы берҙәре кешенең яуызлығы арҡаһында ҡорой, бысрана, балыҡтар юҡҡа сыға. Йылғалар янында урынлашҡан заводтарҙың бысраҡ һыуҙары йылғаларға ағып сыға.
Ауылым янындағы тәбиғәт бигерәк тә матур. Өршәк йылғаһы, Ҡаҙморон тауы кемдәрҙе генә һоҡландырмай икән?! Тау башына менеп ҡараһаң, тирә-яҡҡа һоҡланып бөтә алмайһың. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны һаҡлау тураһында күптәр уйламай. Ҡайһы бер кешеләр сүп-сар яға, тау ҡырындағы соҡорға ташлай, йылғаны бысрата. Ни сәбәпле шул тиклем вайымһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ хас икән кешеләргә?
Дуҫтар! Тәбиғәттең матурлығына һоҡланайыҡ, шул уҡ ваҡытта уны һаҡлай ҙа беләйек, сөнки тәбиғәтте һаҡлау — үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау ул.
Миләүшә МӨХӘМӘТОВА,
Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.




Вернуться назад