“Башҡортостан” – абруйлы баҫма18.02.2014
Районыбыҙҙа “Аллаһ” һүҙе яҙылған тау бар. Үкенескә ҡаршы, уның тирәләй ҡупҡан төрлө шау-шыу күңелебеҙгә шом һала ине. "Башҡортостан" гәзите беҙҙе борсоуға һалған проблеманы күтәреп сыҡты.

Ошо изге тауыбыҙ янында урынлашҡан ауылдар халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ. Артабанғы эшегеҙҙә Аллаһы Тәғәлә үҙе көс-ҡеүәт, ярҙам бирһен! Миңә гәзит хеҙмәткәрҙәренең һәр кемгә иғтибарлы, ихлас булыуы оҡшай. Был сифат кешеләрҙе уңышҡа илтә. Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам һәм ижади уңыштар юлдаш булһын! Яратҡан гәзитебеҙҙең тиражы тағы ла артһын! “Башҡортостан” – ул халҡыбыҙҙың ышанысын яулаған абруйлы баҫма.



Вернуться назад