Һуңғы осорҙа редакция почтаһы уҡымлы мәҡәләләргә айырыуса бай булды. Бигерәк тә Рамаҙан Үтәғолов, Сәлимйән Бәҙретдинов, Мәрйәм Бураҡаева, Салауат Мөхәмәтшин, Самат Ғәлиуллин кеүек егәрле авторҙарыбыҙ гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индерҙе.
Архангел районының Оҙондар ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Шәмсимөхәмәт Рәшитовтың “Тимур командалары ҡайҙа?” тигән мәҡәләһе күп гәзит уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Был хаҡта Салауат ҡалаһынан И. Собханғолова: “Автор көнүҙәк мәсьәләне күтәрә, – тип яҙа. – Элек беҙ өлкәндәргә ярҙамлашырға ҡыуана-ҡыуана бара инек. Ниндәйҙер ғорурлыҡ тойғоһо кисерә торғайныҡ. Ә бөгөн ундай матур йолалар онотолдо. Әле лә бит ауылдарҙа мохтаж әбей-бабайҙар бар. Был йәһәттән уҡытыусылар әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Йәнә ҡала транспортында уҡыусыларҙың өлкәндәргә урын бирергә атлығып тормауы аптырата. Ошо юҫыҡта ла уҡытыусыларҙың тәрбиә эше алып барыуы фарыз. Балалар күңелендә өлкәндәргә изгелек эшләү тойғоһо кесе йәштән һалынырға тейеш”.
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан Факиһа Низаметдинова гәзиттә викториналарҙың йышыраҡ бирелеүен теләй. “Инде оло йәштәмен, күптән түгел 81 тулды. Бала саҡтан викторина һорауҙарына яуап бирергә яраттым. Әммә һуңғы йылдарҙа ул һирәк күренә. Көтмәгәндә гәзиттә Олимпиадаға арналған викторина пәйҙә булғас, эй, ҡыуандым һәм шунда уҡ яуаптарын яҙып та ебәрҙем", — тигән.
Киләһе йыл халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Ошо йәһәттән гәзитебеҙҙең “Тыл һалдаттары” тигән конкурс иғлан итеүен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Был бәйгелә һәр кем ҡатнаша ала. Һуғыш һәм илде аяҡҡа баҫтырыу осоронда бил яҙмай эшләгән тыл батырҙары ошо конкурстың төп геройҙары булырға тейеш.
Йәнә “Талантлыны данлай “Башҡортостан” тигән ижади конкурсҡа ла эштәр көтәбеҙ. Бының өсөн үҙегеҙҙең сығыштарығыҙҙы видеокамераға йәки кеҫә телефонына төшөрөп, “Бәйләнештә”, “Фейсбук” социаль селтәрҙәрендәге “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Ә таланттар хаҡындағы мәҡәләләр “Халыҡ ынйылары” рубрикаһында донъя күрәсәк.
Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ!